Осрашыу Өфөлә Агросәнәғәт форумы сиктәрендә уҙҙы. Көн тәртибендә компанияның төбәктең агросәнәғәт комплексы менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыу барышында Павел Косов республиканың ауыл хужалығына инвестициялар күләменең байтаҡҡа артыуын билдәләне. – 2024 йылда Башҡортостанға 4,6 миллиард һумға яҡын суммаға ауыл хужалығы техникаһы килтерелде. Был – 2023 йыл күрһәткестәренән 97 процентҡа күберәк. Төбәк “Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса биш лидер иҫәбенә инә, – тип билдәләне Павел Косов. – Былар барыһы ла – республика етәкселегенең төбәк субсидиялары аша аграрийҙарға ярҙам итеүенең һөҙөмтәһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең агросәнәғәт комплексының “Росагролизинг“ менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Шуны билдәләргә кәрәк: республика компания менән 20 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итә. 2002 йылдан алып льготалы лизинг программаһы буйынса Башҡортостанға дөйөм суммаһы 24 миллиард һумлыҡ 5,1 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалд
“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ
18 марта 202518 мар 2025
1 мин