“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) ярашлы, республиканың агросәнәғәт комплексы ағымдағы йыл башынан 90-дан ашыу берәмек яңы ҡорамал алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. 2025 йылдың ике айы эсендә төрлө ҡеүәттәге 49 трактор, биш комбайн, тупраҡты эшкәртеү һәм сәсеү өсөн тәғәйенләнгән 39 берәмек машина һәм башҡа техника төрҙәре алынған. Билдәле булыуынса, республикала агросәнәғәт комплексының техника паркын яңыртыу программаһы эшләй. Уны тормошҡа ашырыу барышында ауыл хужалығы кластеры хеҙмәткәрҙәренә ҡорамал алған өсөн киткән сығымдың илле проценты дәүләт тарафынан кире ҡайтарыла. – Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары сәсеү миҙгеленә әүҙем әҙерләнә. Яңы техника, агрегаттар алыу – эштең мөһим өлөшө. Ул иҫкеләренә көсөргәнеште кәметеү, сәсеү ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирә, – ти ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов. – Респу