Ошо ваҡыт эсендә 4,5 меңдән ашыу төр продукция һәм хеҙмәт лауреат һәм дипломант булды, ә Башҡортостан федераль кимәлдә тотороҡло алдынғы урындарҙы биләй. Конкурста ҡатнашыу предприятиеларға продукцияның сифатын күтәрергә, конкурентлыҡ һәләтен нығытырға һәм баҙарҙа танылыу яуларға ярҙам итә. Сығанаҡтарҙан үҙ аллы проектҡа тиклем Конкурсты үткәреү буйынса комиссия секретары һәм А.М. Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең мәғлүмәт бүлегенең төп белгесе Марина Сәйфемөлөкова әйтеүенсә, башта конкурс “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһының төбәк этабы була. Әммә һуңыраҡ, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, ул үҙ аллы республика конкурсы статусын ала. – Уның төп ҡаҙанышы тип иҡтисадтың төрлө тармаҡтары предприятиелары һәм ойошмалары араһында популярлыҡты атарға мөмкин, – тип билдәләне Марина Сәйфемөлөкова. – Федераль этапта Башҡортостан йыл һайын программала ҡатнашҡан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ҡатнашыусыларға м
“Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары“ конкурсы: 25 йыл сифат һағында
18 марта 202518 мар 2025
2 мин