Бөгөн Өфөлә агросәнәғәт форумы һәм 35-се “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. 18 – 21 мартта барасаҡ сарала Рәсәйҙең ҡырҡ самаһы субъектынан һәм сит илдәрҙән 380 компания ҡатнаша. Форумды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асып, уның эшендә уңыштар теләне. – Бөгөнгө сарала Ҡаҙағстан, Сенегал, Белоруссия һәм башҡа дәүләттәрҙән дә ҡатнашалар. Уларҙы Башҡортостан ерендә сәләмләйбеҙ, ауыл хужалығы тармағын, агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашырға әҙербеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар яңы партнерҙар табыр тип ышанам. Заман еңел түгел, ул барыбыҙҙан да ғәҙәти булмаған сағыу ҡарарҙар талап итә. Барығыҙға ла уңыштар теләйем, маҡсатҡа өлгәшәсәкбеҙ. Тантанала ҡатнашҡан федераль кимәлдәге етәкселәр ошондай форум үткәреп, тармаҡ үҫешенә ҙур иғтибар бүлгән Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт әйтте, агросәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә яң эш миҙгелендә ҙур уңыштар теләне. – Ауыл хужалығы тармағы өсөн еңел йылдар юҡ, – тине улар. – Барығыҙға