Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Янғынға ҡаршы тороу өсөн

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса зона һәм төбәк-ара күнекмәләр башланды. Тәүге күнекмә республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин етәкселегендә Балаҡатай лесничествоһында ойошторолдо. Балаҡатай, Дыуан, Салауат урман хужалығы белгестәре, шулай уҡ урман участкаларын ҡуртымға алыусылар – барлығы 35 кеше һәм һигеҙ техника – янғындың Силәбе өлкәһенә лә таралыу хәүефе булған ҡатмарлы сценарийҙы үтәне. Инеш күнекмәләренә ярашлы, патруль бурысын үтәгәндә урман лесничествоһы хеҙмәткәрҙәренә Яңы Балаҡатай ауылы янында, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпле, урман фондында янғын башланыуы тураһындағы хәбәр килде. Был шартлы янғындың майҙаны 0,1 гектар тип хәбәр ителде, елдең тиҙлеге секундына туғыҙ метр ине. Тимәк, янғын хәүефенә өсөнсө класс бирелде. Берлектәге эш итеү һөҙөмтәһендә шартлы янғын тулыһынса һүндерелде. Янғынды һүндереү тактикаһы һәм техникаһы буйынса ошондай күнекмәләр Учалы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Йылайыр лесничестволарында ла үткәреләсәк. Фото:

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса зона һәм төбәк-ара күнекмәләр башланды. Тәүге күнекмә республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин етәкселегендә Балаҡатай лесничествоһында ойошторолдо. Балаҡатай, Дыуан, Салауат урман хужалығы белгестәре, шулай уҡ урман участкаларын ҡуртымға алыусылар – барлығы 35 кеше һәм һигеҙ техника – янғындың Силәбе өлкәһенә лә таралыу хәүефе булған ҡатмарлы сценарийҙы үтәне. Инеш күнекмәләренә ярашлы, патруль бурысын үтәгәндә урман лесничествоһы хеҙмәткәрҙәренә Яңы Балаҡатай ауылы янында, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпле, урман фондында янғын башланыуы тураһындағы хәбәр килде. Был шартлы янғындың майҙаны 0,1 гектар тип хәбәр ителде, елдең тиҙлеге секундына туғыҙ метр ине. Тимәк, янғын хәүефенә өсөнсө класс бирелде. Берлектәге эш итеү һөҙөмтәһендә шартлы янғын тулыһынса һүндерелде. Янғынды һүндереү тактикаһы һәм техникаһы буйынса ошондай күнекмәләр Учалы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Йылайыр лесничестволарында ла үткәреләсәк. Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.