Иртә менән бар республиканы ҡот осҡос хәбәр тетрәндерҙе – Дәүләкән районындағы янғында биш бәләкәй бала һәм ир кешенең ғүмере өҙөлдө. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы фажиғәгә асыҡлыҡ индерә. Был төндә 33 йәшлек ҡатын урындағы барға эшкә киткән булған. Ете йәшлек ҡыҙын, бишәр йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын, өсәр йәшлек игеҙәк малайҙарын үҙенең 33 йәшлек өйҙәше ҡарамағында ҡалдырған. Төндә, бөтәһе лә йоҡлаған саҡта розетканан янғын сыға, әйберҙәргә һәм тарттырып эленгән түбәгә күсә. Ағыулы төтөн еҫе бар фатирҙы ялмап ала. Ир ҙә, балалар ҙа уянмаған. Төтөн еҫен һиҙгән күршеләр бина эсенә ингән һәм янғынды ҡул аҫтындағы саралар менән һүндергән. Шул саҡта улар ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡан: бүлмәлә, ҙур йәйелгән диванда биш бала менән ир кәүҙәһе ятҡан. Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был бүлмәне ҡатын әсәлек капиталы аҡсаһына алған. Уның тағы өс балаһы барлығы билдәле, улар Өфөлә аталары менән йәшәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әсәй кешене һәм балаларҙы опека хеҙмәттәре күҙәткән. Әлеге ваҡытта янғы
Балалар менән ирҙең кәүҙәләре диванда теҙелешеп ятҡан...
18 марта 202518 мар 2025
1 мин