Әлшәй районы үҙәге Раевкала бала сағы аяуһыҙ һуғыш йылдарына тап килгән, ҡот осҡос Ленинград блокадаһын кисергән хеҙмәт ветераны Галина Владимировна Семененко йәшәй. Быйыл июнь айында 90 йәшен ҡаршыларға йыйынған ветерандың үткер зиһене, хәтер ныҡлығы, сәләмәтлек торошо һоҡланырлыҡ. Педагогтарға хас һөйләү оҫталығы, телмәр байлығы, образлылыҡ әңгәмәне онотолмаҫ буяуҙарға байытты, оҙаҡ йылдарға хәтерҙә ҡалырлыҡ итте. Бөгөн Галина Владимировна – Әлшәй районының Почетлы гражданы һәм абруйлы шәхесе. – Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә алты йәш кенә ине. Беҙҙең ғаилә Ленинградта йәшәне.Атайым Владимир Казимирович Федорович заводта эшләне, әсәйем Зоя Алексеевна – дауаханала. Коммуналь фатирҙа атайым, әсәйем, өләсәйем, әсәйемдең апаһы Лина бергә йәшәнек. Атайымды нисек фронтҡа оҙатҡаныбыҙҙы бик яҡшы хәтерләйем, урамдарҙан һалдат шинелдәре кейгән хәрбиҙәр колонналар менән үтте. Уларҙы күҙәткәнебеҙ хәтерҙә. 1942 йылдың февралендә әсәйем туберкулездан вафат булды. Өләсәйем менән генә ҡалдыҡ. М