Конкурс йыл һайын «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ижтимағи-дәүләт ойошмаһы булышлығында үткәрелә. Уның төп бурыстары — ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеген баһалау, ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү, Тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереү. Быйыл МХО яугирҙәренең әсәләренә айырыуса иғтибар бүленгән. Конкурста Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Ырымбур ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылған. Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнгән: “Милләт әсәһе” – уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр; шулай уҡ МХО яугирҙәрен һәм Рәсәй геро
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк
17 марта 202517 мар 2025
1 мин