Бәләбәй районында булғанда ғәжәйеп батыр уҙаман менән осраштыҡ. Дөрөҫөрәге, яугир менән "Ватанды һаҡлаусылар" Дәүләт фондының Бәләбәй районы буйынса координаторы Юлиә Хөсәйенова таныштырҙы. – Эргә-тирәгә ҡарағыҙ әле, ниндәй хозурлыҡ һәм күркәмлек, өҫтәүенә тыныслыҡ тантана итә, – тип һөйләй "Карман" позывнойлы һалдат. – Бына ошондай матурлыҡ, хатта хөрриәт тип тә өҫтәр инем, махсус хәрби операция биләмәһенә лә килһен өсөн, ҡулыма ҡорал алырға мәжбүр булдым. Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыусылар – һәммәбеҙ өсөн дә ғорурлыҡ. Әңгәмәсемдән махсус хәрби операция биләмәһендә һалдаттарҙың бер-береһенә теләктәш булыуын, командирҙарын һаҡлауҙарын, дисциплинаның ҡатылығын ишетеп ныҡ ҡыуандыҡ. Тағы ла шундай шатлыҡлы хәбәр бар – дошман ни хәтлем теше-тырнағы менән йәбешеп, төрлө хәйләләләргә барып сигенмәҫкә маташмаһын, барыбер рәсәйҙәр көн дә алға барыуын дауам итә. Тимәк, Еңеүгә лә күп ҡалмағанлығын асыҡ тойомларға мөмкин. "Карман" һөйләүенсә, башҡортостандар менә