“Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика проектында ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта. Былтыр ғына унда 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Проектҡа йәлеп ителгән өлкән быуындың күпселек өлөшө Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Асҡын, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама һәм Сибай ҡалаларында йәшәй. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты үҙенә бер нисә йүнәлеш индерә. Уларҙың иң популяры – “Туризм”. Төбәк һәм яҡын сит ил буйлап экскурсияларҙа (Беларусь, Үзбәкстан) 56 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Өлкән быуын вәкиле араһында “Сәләмәтлек” йүнәлеше популяр. Ул төрлө профилактика акциялары, медицина тикшереүҙәре һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Был саралар барышында табиптар 160 меңдән ашыу кешене ҡараған. “Физик культура” йүнәлеше буйынса 250 мең кешене йәлеп итә алғандар. Өлкән быуын вәкилдәре спорт һәм һауыҡтырыу сараларында, скандинав йөрөүе, йөҙөү, йога һәм башҡала ҡатнаша, ГТО нормалары тапшыра. “Уҡыу”
“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектында 470 мең кеше ҡатнашҡан
17 марта 202517 мар 2025
1 мин