Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кис бешерһәгеҙ, иртәнгә әҙер була

Был юлы Гөлназ Ишемғолова бәлеш-пирожное рецебы тәҡдим итә. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле. "Тәмле килеп сыҡты бынау бәлеш-пирожное. Элегерәк "школьное пирожное" һатыла торғайны бит, хәс шуның тәме, төҫө. Ул пирожное хәҙер ҙә бар ул, тик бала саҡта ашаған икенсе төрлөрәк тәмле була бит. Был пирожное мине шул бала саҡҡа алып ҡайтты. Эй, оҙаҡ бешерергәме-юҡмы, рецебы ла ҡыҙыҡ ҡына тип уйлана торғас, бешерҙем бит, әй! Уй, тәмле, йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа иреп тора. Шулай итеп, башта миксер менән 1 стакан шәкәрҙе, 5 ҡалаҡ какаоны, 1 стакан һыуыҡ һөттө, 1 стаканды саҡ ҡына тултырмай көнбағыш майын (нерафинир) бергә бутаным. Аҙаҡ ошо массаны ҡап уртаға бүлдем дә, яртыһын ситкә алып ҡуйҙым, икенсе яртыһына 2 йомортҡа, һеркәлә һүндерелгән ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 стакан он һалып тағын миксер менән туғыным. Ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыҡты. Майлы табаға һалып мейескә 35 минут бешерергә ҡуйҙым. Еҫе тәмлеее!!! Бешеп сығыуы менән мейестән алдым да, табалағы бәлеште киҫәктәргә турап, өҫтөнә баяғы ситкә алып ҡуй

Был юлы Гөлназ Ишемғолова бәлеш-пирожное рецебы тәҡдим итә. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле. "Тәмле килеп сыҡты бынау бәлеш-пирожное. Элегерәк "школьное пирожное" һатыла торғайны бит, хәс шуның тәме, төҫө. Ул пирожное хәҙер ҙә бар ул, тик бала саҡта ашаған икенсе төрлөрәк тәмле була бит. Был пирожное мине шул бала саҡҡа алып ҡайтты. Эй, оҙаҡ бешерергәме-юҡмы, рецебы ла ҡыҙыҡ ҡына тип уйлана торғас, бешерҙем бит, әй! Уй, тәмле, йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа иреп тора. Шулай итеп, башта миксер менән 1 стакан шәкәрҙе, 5 ҡалаҡ какаоны, 1 стакан һыуыҡ һөттө, 1 стаканды саҡ ҡына тултырмай көнбағыш майын (нерафинир) бергә бутаным. Аҙаҡ ошо массаны ҡап уртаға бүлдем дә, яртыһын ситкә алып ҡуйҙым, икенсе яртыһына 2 йомортҡа, һеркәлә һүндерелгән ярты балғалаҡ аш содаһы, 1 стакан он һалып тағын миксер менән туғыным. Ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыҡты. Майлы табаға һалып мейескә 35 минут бешерергә ҡуйҙым. Еҫе тәмлеее!!! Бешеп сығыуы менән мейестән алдым да, табалағы бәлеште киҫәктәргә турап, өҫтөнә баяғы ситкә алып ҡуйған массаны (кремды) ҡойҙом! Бер нисә сәғәткә ултыртып ҡуйҙым. Дөрөҫөрәге, кисен эшләнем дә иртәнгә тиклем тыныслыҡта ҡалдырҙым. Иртән алып ҡараһам, өҫтөндәге кремы шул тиклем тәмле, бәлештең өҫтөнә һылап ҡына ҡуйылғандай! Рәхәтләнеп сәй эстек тәмлекәс менән. Был бәлеште кистән әҙерләһәң йәтеш икән. Йәки иртән бешерһәгеҙ, киске сәйгә әҙер була. Артыҡ әллә нимә лә талап ителмәй, әммә хан һыйына тиң! Сәйҙәрегеҙ тәмле, доньяғыҙ йәмле булһын, әхирәттәр!" - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Гөлназ Ишемғолова.Сығанаҡ һәм фото: Гөлназ Ишемғолова.