Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

500 меңдән ашыу бала ял итәсәк

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек тураһында һөйләне. – Балаларҙың йәйге ялы өсөн 3,3 миллиард һум аҡса ҡаралған. Июндән 1899 ойошма эшләй башлай. Йәй буйына унда 500 мең самаһы бала ял итәсәк, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, – тине ул. Бынан тыш Башҡортостан Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 600 бала һәм 50 оҙатыусыны ҡабул итәсәк. 2025 йыл илдең Мәғариф министрлығы ҡарары менән мәғариф системаһында Балалар ялы йылы тип иғлан ителде. Балалар өсөн тематик профилле сменалар әҙерләнә, шул иҫәптән “Беренселәр хәрәкәте”, “Геройҙар иле”, Орлята России берләшмәһе”, “Йәш спецназовец”, “Техностарт”, “Хәүефһеҙ каникулдар коды. Төбәк 102”. Айырым иғтибар Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға биреләсәк. Шулай уҡ министр белдереүенсә, Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән тиҙ төҙөлгән тораҡ модулдәр булдырыу һәм балалар лагерҙары инфраструктураһына капита

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек тураһында һөйләне. – Балаларҙың йәйге ялы өсөн 3,3 миллиард һум аҡса ҡаралған. Июндән 1899 ойошма эшләй башлай. Йәй буйына унда 500 мең самаһы бала ял итәсәк, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, – тине ул. Бынан тыш Башҡортостан Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 600 бала һәм 50 оҙатыусыны ҡабул итәсәк. 2025 йыл илдең Мәғариф министрлығы ҡарары менән мәғариф системаһында Балалар ялы йылы тип иғлан ителде. Балалар өсөн тематик профилле сменалар әҙерләнә, шул иҫәптән “Беренселәр хәрәкәте”, “Геройҙар иле”, Орлята России берләшмәһе”, “Йәш спецназовец”, “Техностарт”, “Хәүефһеҙ каникулдар коды. Төбәк 102”. Айырым иғтибар Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға биреләсәк. Шулай уҡ министр белдереүенсә, Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән тиҙ төҙөлгән тораҡ модулдәр булдырыу һәм балалар лагерҙары инфраструктураһына капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программаларҙа ҡатнаша. – Ике йылда биш стационар лагерҙа 11 тораҡ модуль төҙөнөк. Быйыл майға тиклем Баймаҡ районының “Орленок” балалар лагерында тағы ике капиталь булмаған корпус төҙөү һәм Ҡыйғы районының “Маяк” лагерына капиталь ремонт эшләү бурысы тора. Бының өсөн федераль бюджеттан 77,5 миллион һум, республиканыҡынан – 11 миллиондан ашыу һум аҡса бүленгән, – тине Илдар Мәүлетбирҙин. Башҡортостан Башлығы балаларҙың йәйге ялы мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.