Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Былтыр “Һөт кухняһы” тауарҙарын 27,9 мең кеше бушлай алды

2024 йылда “Һөт кухняһы” махсуслаштырылған системаһынан ризыҡтарҙы 27,9 мең кеше, ә биш йылда – 100 меңдән ашыу кеше бушлай алған. Улара араһында – йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән өс йәшкә тиклемге балалар, МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләре, шулай уҡ опекала булған балалар. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров һөйләне. – 2025 йылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында тауарҙы алыусылар киңәйтелде – льготниктар исемлегенә махсус хәрби операция ветерандары ла индерелде. Был файҙалы туҡланыу менән тағы 1,5 мең кешене тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, – тине Азат Асҡаров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Һөт кухняһы”н Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылда булдырҙылар. Ойошманы үҫтереү бер нисә йүнәлеш буйынса бара. Предприятие структураһында ете етештереү эшләй, ә тауарҙы 132 нөктәлә бирәләр. Бында сауҙа павильондары, дарыуханалар, поликлиникалар һәм мобиль т

2024 йылда “Һөт кухняһы” махсуслаштырылған системаһынан ризыҡтарҙы 27,9 мең кеше, ә биш йылда – 100 меңдән ашыу кеше бушлай алған. Улара араһында – йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән өс йәшкә тиклемге балалар, МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләре, шулай уҡ опекала булған балалар. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров һөйләне. – 2025 йылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында тауарҙы алыусылар киңәйтелде – льготниктар исемлегенә махсус хәрби операция ветерандары ла индерелде. Был файҙалы туҡланыу менән тағы 1,5 мең кешене тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, – тине Азат Асҡаров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Һөт кухняһы”н Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылда булдырҙылар. Ойошманы үҫтереү бер нисә йүнәлеш буйынса бара. Предприятие структураһында ете етештереү эшләй, ә тауарҙы 132 нөктәлә бирәләр. Бында сауҙа павильондары, дарыуханалар, поликлиникалар һәм мобиль таратыу пункттары инә. Былтыр иһә документтар тапшырыу процессын ябайлаштырҙылар. Хәҙер ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша йәки МФЦ офистарында бирергә була. Дәүләт заданиеһын үтәүҙән тыш “Һөт кухняһы” әүҙем рәүештә бюджеттан тыш йүнәлеште лә үҫтерә. Былтыр өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтары сығара башланылар, был әлеге сегментта һөт эшкәртеү күләмен 940 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл ойошма был күрһәткесте 1634 тоннаға тиклем еткерергә планлаштыра. Яңы тауар – һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡты – ҙур сауҙа селтәрҙәренә ҡуйғандар ҙа, халыҡ уны яратып ала. Быйыл ассортиментты киңәйтеү, федераль “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән интеграция һәм артабан хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу күҙаллана. Радий Хәбиров системаның үҫешен билдәләне һәм артабан уны киңәйтеүҙең мөһимлеген әйтте. – Бер нисә йыл элек беҙ төбәк һөт кухнялары селтәрен булдырҙыҡ, бер нисә завод төҙөнөк, эште көйләнек. Тик беҙҙең бурыс һөҙөмтәләрҙе барлау түгел, ә артабан алға табан барыу. Артабан системаны үҫтереү буйынса план әҙерләүегеҙҙе һорайым¸– тине ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.