ДОМ.РФ аналитика үҙәгендә “Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшө үҫеше” тигән темаға онлайн-конференция үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙ ҡыҫҡаса хәбәр иткәйне инде. Түбәндә ошо сараға арналған тулы мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ: был тармаҡтың бөгөнгө торошона ниндәй баһа бирелде, уны артабан яҡшыртыу өсөн федераль округ буйынса ниндәй саралар күреләсәк? Үҫеш шарттары ла бар, тотҡарлыҡтар ҙа Һәр заманда ла көнүҙәк булып торған был үҫеш мәсьәләләре буйынса ДОМ.РФ аналитика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Екатерина Власова, ошо Үҙәктең ҡала төҙөлөшө, проекттар һәм инфраструктураны хеҙмәтләндереү бүлеге директоры Иван Будлов, Консультация үҙәге директоры Михаил Ковалев, проекттарҙы аналитик хеҙмәтләндереү бүлеге етәксеһе Ксения Базанчук, инфраструктура облигациялары бүлеге етәксеһе Алла Иванова, шәхси торлаҡ төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Георгий Прозоровский һәм башҡалар сығыш яһаны. – Халыҡтың эш хаҡы һәм килеменең әүҙем үҫеше, төбәктәрҙәге яңы үҫеш нөктәләре, адреслы ташламалы программаларҙың оҙайтылыуы Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләткән шарттар булып тора, – тине Екатерина Власова. – Ә тотҡарлаған сәбәптәр – башланғыс банк ставкаһының күтәрелеүе, дөйөм ташламалы ипотеканы туҡтатыу, төҙөлөш ойошмаларының корпоратив бурысының ҙур булыуы. Былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, төҙөлөш барған йорттар майҙаны федераль округта иң юғары күрһәткескә етә – 17 миллион квадрат метр тәшкил итә. Иң ҙур үҫеш – Башҡортостанда: 2025 йылдың 1 ғинуарына 3,4 миллион квадрат метрға етте, йәғни былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 23 процент үҫеш булды. Был күрһәткес шулай уҡ Татарстанда ла юғары – 18 процент үҫеш, Пермь крайында ул 13 процент тәшкил итә. Федераль округта былтыр төҙөлгән торлаҡ майҙанының 60 проценты шәхси төҙөлөшкә тура килә. Башҡортостан был йүнәлештә лә өлгөлө төбәк булараҡ телгә алынды: республикала былтыр 2 миллион 335 мең квадрат метр шәхси торлаҡ сафҡа ингән, үҫеш, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 13 процент тәшкил итә. Ул Башҡортостанда ошо осорҙа файҙаланыуға тапшырылған бөтә торлаҡ майҙанының 70 процентын биләй. Әммә “Ташламалы ипотека” программаһының дөйөм файҙаланыуҙан туҡтатылыуы, баҙар ставкаларының күтәрелеүе һәм ипотека кредиты биреү шарттарының сикләнеүе һөҙөмтәһендә Волга буйы федераль округында ипотека кредиты биреү күләме кәмене. Хаҡтар туҡтауһыҙ үҫә алмаясаҡ Былтыр федераль округ төбәктәренең яртыһында яңы фатирҙарға хаҡтар үҫеүҙән туҡтаны. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса был кимәл 12 процентҡа күтәрелһә, округ буйынса ул туғыҙ процент тәшкил итте. – Волга буйы федераль округында былтыр яңы файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙағы фатирҙарҙы һатыу 30 процентҡа кәмене – 4,3 миллион квадрат метр ғына булды, – ти Екатерина Власова. – Иң түбән кимәлгә төшөү йылдың икенсе яртыһында күҙәтелде. Әйткәндәй, “Ташламалы ипотека” программаһының туҡтауы ла ошо осорға тура килә. Торлаҡ баҙары “һыуынған” шарттарҙа округта фатирҙарға һорау элекке балансына кире ҡайтты: быйыл сафҡа индереү планлаштырылған проекттарҙа майҙандың яртыһынан саҡ ҡына ашыуырағы һатылды. Төҙөлөш әҙерлегенең бөгөнгө кимәлен иҫәпкә алғанда, норма 48 процент тәшкил итә. Башҡортостан икенсе урынды биләй Онлайн-конференцияла билдәләнеүенсә, былтыр Волга буйы федераль округындағы 13 төбәктә, ДОМ.РФ үҙәге алымдарын файҙаланып, 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Шул иҫәптән Үҙәк, йәғни дәүләт компанияһы әйләнешкә индергән биләмәләрҙә – 606 мең квадрат метр, инфраструктура облигацияларын ҡулланып – 345 мең квадрат метрҙан ашыу, “Банк ДОМ.РФ” проекттар финанслауын йәлеп итеп, 492 мең квадрат метр майҙан файҙаланыуға тапшырылған. – Беҙ тәҡдим иткән алымдар Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылдан-йыл киңерәк ҡулланыла, шул иҫәптән – инвестиция-төҙөлөш циклын ҡыҫҡартыу һәм төҙөлөш ойошмаларының проекттарҙы башлап ебәреүгә сығымдарын кәметеү буйынса, – ти Иван Будлов. – Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡ йорттарҙы ДОМ.РФ ҡатнашлығында төҙөп файҙаланыуға тапшырыуҙа Татарстан беренсе урынға сыҡты. Унда ошо ысул менән төҙөлгән торлаҡ майҙаны 391 мең квадрат метр булды. Икенсе урында – Башҡортостан. Төбәктә был йүнәлештәге күрһәткес 152 мең квадрат метр тәшкил итә. Өсөнсө урында – Түбәнге Новгород өлкәһе. Дөйөм алғанда, 2030 йылға Рәсәйҙә ДОМ.РФ ярҙамында 100 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп сафҡа индереү планлаштырыла. Төҙөргә лә, төҙөкләндерергә лә кәрәк Бөгөнгә ДОМ.РФ үҙәге дәүләт компанияһы федераль округтың һигеҙ төбәгендә биләмәләрҙе комплекслы төҙөкләндереү буйынса 18 проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Был проекттар 2,8 миллион квадрат метр торлаҡ биләмәләренә ҡарай һәм дөйөм майҙаны 465 гектарҙы алып тора. Бөгөнгә 844 мең квадрат метр торлаҡ инфраструктураһына ҡағылышлы туғыҙ килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде. Былтыр иһә Марий Эл Республикаһында 70 мең квадрат метр шәхси торлаҡ майҙанын төҙөкләндереү буйынса ике проект тураһында килешелде. Бер йыл эсендә ДОМ.РФ Волга буйы федераль округының туғыҙ төбәгендә 10 аукционды уңышлы үткәрҙе, һөҙөмтәлә дөйөм майҙаны 44 гектар булған участкалар һатылды, шуның 42 гектар самаһы Ырымбур һәм Ульяновск өлкәләренә, Мордова һәм Удмурт республикаларына тура килә. Биләмәләрҙе комплекслы төҙөкләндереү проекттары араһында иң ҙурҙарының береһе тип конференцияла Башҡортостандың Начапкино ауылын билдәләнеләр. Бында ошо проект нигеҙендә дөйөм майҙаны 1,2 мең квадрат метр булған тәүге йорттар файҙаланыуға тапшырылған да инде. Комплекслы төҙөкләндереү башланған ошо 48,6 гектарҙа бөтәһе 39,3 мең квадрат метр майҙанда шәхси йорттар, шулай уҡ балаларҙың уйын майҙансығы, кибет һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары төҙөләсәк. Ошондай мөһим проекттар араһында шулай уҡ Һарытау өлкәһенең 24,5 мең квадрат метр торлаҡ майҙанына ҡағылышлы булған “Гармония” торлаҡ комплексын да билдәләнеләр. Финанслауҙы “Банк-ДОМ.РФ” тәьмин итә “Банк ДОМ.РФ” былтыр төҙөлөш ойошмалары менән федераль округтың 14 төбәгендә дөйөм лимиты 211 миллиард һум булған 56 яңы проектты тормошҡа ашырырға килеште. – Былтырғы йылды ла иҫәпкә алғанда, беҙҙең банктың Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшөн финанслау буйынса килешелгән проекттарҙың дөйөм суммаһы 779 миллирд һумға етте, – ти “Банк ДОМ.РФ” компанияһына ингән “Төбәктәр өсөн корпоратив бизнес” ойошмаһының вице-президенты Александр Чобан. – Банк финанслаған проекттарҙың дөйөм һаны 158-гә етте, был торлаҡ йорттарҙың майҙаны 12 миллион квадрат метр тәшкил итә. Вице-президент билдәләүенсә, банк эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттарын финанслау. Был эшмәкәрлек уңайлы ҡала мөхитен булдырырға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, шул иҫәптән – кешеләрҙе туҙған һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереүҙе. “Үткән йыл беҙ Ырымбурҙа, Пензала, Йошкар-Олала, Түбәнге Новгородта биләмәләрҙе төҙөкләндереү маҡсатын ҡуйған дүрт проект тураһында килештек. Былтырғы йыл аҙағына биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары “портфеле” 121 миллиард һум тәшкил итте, был проекттарҙа ҡаралған ҡала төҙөлөшө майҙаны 1,5 миллоин квадрат метрға етә”, – ти ул. Инфраструктура облигацияһы – нимә ул? Инфраструктура облигациялары программмаһы 2021 йылда ғына барлыҡҡа килде һәм ул федераль округ төбәктәре өсөн торлаҡ төҙөлөшө алып барыуҙағы, социаль объекттар булдырыуҙағы яңы финанслау сығанағы булып тора. Ул яңы башланған төҙөлөш биләмәләрендә уңайлы тормош алып барыу объекттары булдырыуҙы тиҙләтеү форсатын бирә. Бөгөн Волга буйы федераль округы ДОМ.РФ аналитика үҙәгенең инфраструктура облигацияларын ҡулланған проекттары һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды яуланы – Үҙәктең бындай төрҙәге 10 проекты ошо округка тура килә, уларҙың өсәүһе быйыл тулыһынса тормошҡа ашырыласаҡ. Дөйөм алғанда, дәүләт компанияһы Волга буйы төбәктәрен үҫтереүгә 69,5 миллиард һум бүлә. Шуларҙың 49,9 миллиард һумы төҙөлөш эштәренә тотонолған да инде. Инфраструктура облигациялары программаһында федераль округтағы 14 төбәктең етәүһе ҡатнаша. – Проекттар күп төрлө – инженерлыҡ селтәрҙәре, медицина һәм спорт объекттары... Уларҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң 20,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге тыуасаҡ, – ти Алла Иванова. Проекттарҙың иҙ ҙуры – Һамар өлкәһендә Тольятти ҡалаһын урап үтеү юлы. Юл былтыр йәй асылған, проектҡа тотонолған инвестиция күләме 24,2 миллиард һум тәшкил итә. Тағы ла ике трасса былтыр Татарстанда төҙөп тапшырылған – ул яңыртылған Горький шоссеһы һәм Йошкар-Ола менән Зеленедольск араһындағы юл. Был объектты төҙөүгә 17 миллиард һум йүнәлтелгән. Ошо программаға ярашлы, Пенза ҡалаһында канализация коллекторын яңыртыу 142,1 мең квадрат торлаҡ төҙөү мөмкинлеге тыуҙырған, Сыуашстанға 92 заманса троллейбус бирелгән һәм был Чебоксар менән Яңы Чебоксар ҡалалары араһындағы бәйләнеште уңайлыраҡ итәсәк. Бының өсөн троллейбустар хеҙмәтләндереләсәк тартыу ярҙамсы станцияһын да яңыртырға тура киләсәк, 3,1 миллиард һум тотоноласаҡ был объектты быйыл төҙөп бөтөргә ниәтләнәләр. Шулай уҡ Түбәнге Новгород өлкәһендә быйыл инженерлыҡ инфраструктураһын булдырыуға 1,4 миллирд һум бүленгән, Пермь ҡалаһында йыл аҙағында яңы боҙ аренаһы булдырыу ҡаралған, уға инфраструктура облигациялары ярҙамында 0,9 миллиард һум йүнәлтелә. Ошо уҡ төбәктәрҙә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа күҙ уңында тотола, улар араһында Түбәнге Новгородта электр селтәрҙәрен яңыртыуҙы күрһәтергә мөмкин. Яҡын киләсәктә ДОМ.РФ Волга буйы федераль округында инфраструктура облигациялар механизмы ярҙамында 26 проектты тормошҡа ашырырға ниәтләнә. Инженерлыҡ селтәрен, транспорт, юл түшәү, социаль инфраструктура объекттарын үҙ эсенә алған ошо проекттар округтағы 680 мең ғаиләнең тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын ҡуя. Бөгөнгә уларға ташламалы финанслау дүрт проект буйынса ғына раҫланған: Башҡортостанда, Пенза һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә – яңы инфраструктура, Һамар өлкәһендә – юлдар. Ошо дүрт проект 240 мең ғаилә өсөн торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирергә тейеш. Берҙәм ипотека эште тиҙләтә Былтыр федераль округтың алты төбәгендә – Башҡортостанда, Татарстанда, Сыуашстанда, Һамар, Һарытау һәм Ырымбур өлкәләрендә берҙәм ипотека программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Тиҙҙән ДОМ.РФ уны Түбәнге Новгород өлкәһендә лә ғәмәлгә индерәсәк. Берҙәм ипотека программаһы ташламалы федераль программаларҙы (мәҫәлән, “Ғаилә ипотекаһы”, “IT-ипотека”) төбәктәрҙең үҙҙәрендәге өҫтәмә ипотекалар менән бергә ҡушыу маҡсатында булдырылған. Һөҙөмтәлә халыҡҡа ипотека кредиттары алыу еңелләшә. – Ошондай берҙәм ипотека программаһы ярҙамында Волга буйы федераль округының ҡайһы бер төбәктәрендә был сумма билдәләнгән ставканы өс процентҡа тиклем төшөрөп алырға була, – ти ДОМ.РФ үҙәгенең “Торлаҡ өлкәһендәге дәүләт программалары” бүлеге директоры урынбаҫары Сергей Овсянкин. – Айлыҡ түләп барыуҙарҙа һәм кредит буйынса проценттарҙа был байтаҡ аҡсаны янда ҡалдыра. Башҡа төбәктәрҙә лә ошо механизмды ҡуллана башларҙар, тип көтәбеҙ. Ул, нигеҙҙә, ҡаҙна учреждениларында эшләгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Ә округтың биш төбәгендә – Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Һарытау һәм Ырымбур өлкәләрендә программа IT-белгестәр өсөн ставканы төшөрөү мөмкинлеген тыуҙырасаҡ. Һөҙөмтәлә был өҫтөнлөк 1,8 мең ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Белгестәр аңлатыуынса, субсидияны төҙөлөп ятҡан йәки әҙер торлаҡ йортта фатир һатып алыуға йәки индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнә тотонорға, шәхси йорт йәки ер участкаһына эйә булыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Йәш белгестәргә – махсус ярҙам Волга буйы федераль округында йәшәгән граждандарға торлаҡ өлкәһендә ярҙам итеү өсөн булдырылған 60 төбәк һәм 23 федераль программаларҙан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. – Урындағы ярҙам бигерәк тә Һамар өлкәһендә әүҙем ҡулланыла, унда һигеҙ программаны ғәмәлгә ашыралар, – ти Михаил Ковалев. – Татарстан, Сыуашстан республикаларында һәм Ырымбур өлкәһендә лә ете программанан файҙаланалар, Пермь крайында бындай программалар алтау. Һамар өлкәһендә, федераль сараларҙан тыш, табиптар һәм уҡытыусылар өс процентлы ташламалы ипотекаға иҫәп тота ала, IT-белгестәр өсөн бындай ташламалы ипотека дүрт процентҡа бирелә. Төбәктәге дәүләт власы органдарында эшләгәндәр һәм йәш белгестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн махсус түләү һәм тәүге иғәнә алырға хоҡуҡлы. ДОМ.РФ сайтында был каталог күптән урынлаштырылған һәм, унда күреүебеҙсә, округта йәшәгәндәр граждандарға торлаҡ алыу өсөн булдырылған 390 федераль һәм төбәк программаһы бар. Ҡала мөхите заманса булһын ДОМ.РФ үҙәге дәүләт компанияһы Волга буйы федераль округының 19 ҡалаһы һәм ҡасабаһы өсөн ҡала мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән 95 проект әҙерләне, шуларҙың 11-е ҡалалар, агломерациялар һәм ҙур биләмәләргә ҡарата мастерплан, йәғни өлгөлө миҫал булып хеҙмәт итә ала. Былтыр, ошо йүнәлештә тәжрибә туплау маҡсатында, дәүләт компанияһы Мордова ҡурсаулығындағы Темников, Алексеевка һәм Санаксарь ауылдары өсөн биләмәне үҫтереү концепцияһын әҙерләгән. Бынан тыш, компания тирә-яҡ мөхитте уңайлыраҡ итеү маҡсатында әҙерләгән дизайн-проекттар нигеҙендә 45 биләмәне төҙөкләндергән. Буш ер майҙаны табылып тора ДОМ.РФ үҙәге дәүләт компанияһы Рәсәйҙең Үҫеш институты ярҙамында буш ятҡан федераль ер участкаларын төҙөлөш ойошмаларына уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн тапшыра. Мәҫәлән, быйыл ғына ла Марий Эл Республикаһында ДОМ.РФ тапшырған ерҙә “Ясная поляна” исемле 118 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөлә башланы. Комплекстағы йорттар һәм инфраструктура объекттары 2032 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. – ДОМ.РФ үҙәгенең бөгөнгә файҙаланылмаған федераль участкаларҙы һәм объекттарҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлеге инвесторҙарға төҙөлөш өсөн ентекләп әҙерләнелгән майҙансыҡтарҙы отошло шарттарҙа алыу мөмкинлеген бирә. Рәсәйҙең Үҫеш институты төҙөлөш ойошмаларына төбәктәренә төрлө механизмдар комплексы тәҡдим итә, ул майҙансыҡта эш башлауҙы тиҙләтеү, проект буйынса сығымдарҙы кәметеү, торлаҡты төҙөп тапшырыу темпын төшөрмәү, файҙаланылмай ятҡан биләмәләрҙе иҡтисадтың яңы “үҫеш нөктәләре”нә әйләндереү форсатын бирә, – ти ДОМ.РФ үҙәгенең ҡала төҙөлөшө, проекттарҙы хеҙмәтләндереү һәм инфраструктура бүлеге директоры Сергей Сумин. Ә быйыл эш нисек бара? Быйылғы тәүге айҙа Волга буйы федераль округында яңы торлаҡ проекттары буйынса башланған эш, былтырғы шул уҡ ай менән сағыштырғанда, сирек тапҡырға артты. Федераль округ төҙөүселәре ғинуарҙа дөйөм майҙаны 378 мең квадрат метр булған торлаҡ майҙанында эш башланы, был 2024 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда 23 процентҡа күберәк. Был турала “Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшө үҫеше” онлайн-конференцияһында Екатерина Власова хәбәр итте. – Былтыр яңы торлаҡ проекттары буйынса эш башлау күләме алдағы йыл кимәлендә булды – 7,9 миллион квадрат метр тәшкил итте, – тине ул. – Үҫеште округтың 14 төбәгенең бишәүһе күрһәтте: Ырымбур өлкәһе 30 процент үҫеш бирҙе, Башҡортостан – 29, Пермь крайы – 22, Түбәнге Новгород өлкәһе – 22, Пенза өлкәһе – ике процент. Төҙөлөш барған торлаҡ йорттар майҙаны федераль округта былтыр иң юғары күрһәткескә етте – 17 миллион квадрат метр тәшкил итте. Был йәһәттән иң ҙур үҫеш Башҡортостанда күҙәтелә – 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 3,4 миллион квадрат метр булды, йәғни артым – 23 процент. Татарстанда был үҫеш – 18 процент, Пермь крайында 13 процент булды. Ксения БАЗАНЧУК, “ДОМ.РФ” үҙәгенең проекттарҙы аналитик хеҙмәтләндереү бүлеге етәксеһе: – Проекттарға ҡағылышлы аналитика әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарабыҙ. Үҙ эшебеҙҙә ҡалаларҙың йөҙөн матурайтыу маҡсатында булдырылған архитектура алымдарын ғына түгел, ә социаль аспекттарҙы ла иҫәпкә алабыҙ. Мәҫәлән, “Арзамас-Дивеево-Саров” турист кластерын үҫтереү проекты буйынса тарихи биналарҙы реставрациялау, социаль һәм транспорт инвраструктураһы объекттары төҙөү, ҡала халҡын һәм туристарҙың иғтиьарын йәлеп итерлек башҡа төрлө яңы объекттар булдырыуҙы кәрәклеген дә иҫәпкә алабыҙ. Был йүнәлештә шулай уҡ Сыуашстан хөкүмәте менән берлектә эшләнгән Чебоксар агломерацияһы мастер-планын да уңышлы миҫалдарҙың береһе итеп күрһәтергә мөмкин. Үҙәк тарафынан “Архитекторы.рф” программаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә даими үткәрелә. Былтыр улар буйынса ойошторолған алты ағымда Волга буйы федераль округынан 18 белгес үҙенең һөнәри белдеклелеген арттырҙы. Ә барлығы ошо белем алыу йүнәлештәрендә Федераль округтағы 14 төбәктең 121 вәкиле ҡатнашты. Беҙҙең Үҙәк булдырған сервис менән ҡыҙыҡһыныу ҙа арта бара. Былтыр, мәҫәлән, “Спроси.дом.рф” сервисы менән Волга буйы федераль округында йәшәгән 2,26 миллион кеше файҙаланған. Был иһә ошо сервисҡа инеп ҡарағандарҙың 13 процентын тәшкил итә. Ошо уҡ осорҙа ДОМ.РФ Консультация үҙәгенең тәүлек әйләнәһенә эшләгән тура линияһына федераль округ халҡынан 35 мең мөрөжәғәт килгән. Автор фотоһы.
ДОМ.РФ аналитика үҙәгендә “Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшө үҫеше” тигән темаға онлайн-конференция үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙ ҡыҫҡаса хәбәр иткәйне инде. Түбәндә ошо сараға арналған тулы мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ: был тармаҡтың бөгөнгө торошона ниндәй баһа бирелде, уны артабан яҡшыртыу өсөн федераль округ буйынса ниндәй саралар күреләсәк? Үҫеш шарттары ла бар, тотҡарлыҡтар ҙа Һәр заманда ла көнүҙәк булып торған был үҫеш мәсьәләләре буйынса ДОМ.РФ аналитика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Екатерина Власова, ошо Үҙәктең ҡала төҙөлөшө, проекттар һәм инфраструктураны хеҙмәтләндереү бүлеге директоры Иван Будлов, Консультация үҙәге директоры Михаил Ковалев, проекттарҙы аналитик хеҙмәтләндереү бүлеге етәксеһе Ксения Базанчук, инфраструктура облигациялары бүлеге етәксеһе Алла Иванова, шәхси торлаҡ төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Георгий Прозоровский һәм башҡалар сығыш яһаны. – Халыҡтың эш хаҡы һәм килеменең әүҙем үҫеше, төбәктәрҙәге яңы үҫеш нөктәләре, адреслы ташламалы программаларҙың оҙ