“Беҙҙә бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә плюс менән бара. Һәйбәт эшегеҙ өсөн рәхмәт. Әммә беҙ эшҡыуарҙарҙың үҙҙәрен нисек тойомлауын белеп тороу өсөн улар менән даими осрашыуҙар үткәрергә килештек”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел үткән Хөкүмәт ултырыштарының береһендә. Бөгөнгө бизнесмендар үҙ эшмәкәрлеген нисек тормошҡа ашыра? Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса проекттар нисек үтәлә? Был эшмәкәрлекте тиҙләтеү һәм яңы кимәлгә күтәреү өсөн ниндәй саралар планлаштырыла? Социаль эшҡыуарлыҡ буйынса алдынғы Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, Башҡортостанда 142 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмеге бар, йәғни, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 4,3 процентҡа күберәк. Ошо даирәлә хәҙер 593,3 мең кеше эшләй, был иһә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында билдәләнгән маҡсат күрһәткесенән 20 процентҡа юғарыраҡ. Үҙмәшғүлдәр 41,3 процентҡа артты һәм 263 мең кеше тәшкил итә. Беҙҙең республика социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде – уларҙың һаны былтыр 618 берәмек тәшкил итте. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдан алып 2024 йыл тамамланғансы уларға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 203 миллион һум бүленгән. Был проекттар нигеҙҙә һаулығы сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Уларҙың яртыһы – баш ҡаланан Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡ берәмектәренең 44 проценты Өфө ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан һәм республика иҡтисадына лайыҡлы өлөш индерә. Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, баш ҡалала 62 мең 395 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмеге, 89 мең 924 үҙмәшғүл теркәлгән. Эшҡыуарлыҡтың үҫешенә тейешле шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҡалала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса муниципаль программа булдырылған. Программала йыл һайын эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә төрлө йүнәлештәрҙә субсидиялар бирелә. Үткән йылда ул ошо йүнәлештәр буйынса башҡарылды: – инвестиция маҡсаттарында төҙөлгән кредит килешеүе буйынса процент ставкалары сығымының бер өлөшөн ҡайтарыу; – Рәсәй компаниялары менән төҙөлгән лизинг килешеүенең тәүге иғәнәһен өлөшләтә ҡайтарыу; – төп етештереү сараларын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу; – бизнесты башлап ебәреүҙең тәүге стадияһы буйынса планлаштырылған сығымдарҙың бер өлөшөн 3 миллион 021,4 мең һумға финанслау. “Башҡортостан эшҡыуарҙары – бик әүҙем” Бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы ошондай йүнселдәр ойошторған һәм алып барған предприятиеларҙың артыуына ғына түгел, ә уларҙың үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһарға бурыслы. Шуны иҫәпкә алып, бизнестың был ҡатламы өсөн кадрҙар әҙерләү даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, ти белгестәр. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты айырым алып ҡараһаҡ, был даирәләге мәшғүллектең һәм уның иҡтисадтағы роленең киңәйә барыуы социаль тормошто ла яҡшырта бара. Беҙҙең республика йәш эшҡыуарҙарҙың үҙ бизнесын үҫтереү өсөн грант алыуға ғаризалары иң күп һанда ҡәнәғәтләндерелгән төбәк булараҡ танылды. Был грант “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, ул 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ул ҡорамалдар, ойоштороу техникаһы, сеймал һатып алыу, программа менән тәьмин итеү, ҡуртым өсөн түләү, франшиза буйынса тәүге иғәнәне индереү һәм башҡа сығымдарға тотонола ала. – Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары бик ҙур әүҙемлек күрһәтә, – тигәйне ошо гранттар буйынса йомғаҡ яһағанда Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Илюшникова. – Республиканың бер юлы 133 проекты грантҡа лайыҡ булды. Был ганттың иң ҙур суммаһы 500 мең һум тәшкил итә. Йәш эшҡыуар өсөн грант алыуҙың мотлаҡ шарты – проектты финанслауҙа ҡатнашыу (уның хаҡының кәмендә 20 процентына тиклем) һәм “Минең бизнес” үҙәктәренең береһендә түләүһеҙ уҡыу. Йәш эшҡыуарҙарҙан тәүге ғаризалар былтыр августа ҡабул ителгәйне, ул саҡта 86 ғаризә ҡәнәғәтләндерелде. Икенсе ағым сентябрҙә ойошторолдо һәм унда 47 йәш эшҡыуар ҡатнашты. Ташламалы программа – йүнселдәр өсөн Башҡортостандың “Төбәк лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәте илебеҙҙең ошо йүнәлештә иң үҙем эшләгән ойошмаларының береһе. Уның менән хеҙмәттәшлек итеү бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәренә яңыртыу һәм етештереү ҡеүәттәрен нығытыу иҫәбенә продукция етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. – Төбәк лизинг компанияһын ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы менән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы сығыш яһаны, – ти компанияның директоры Азат Хәйруллин. – 2022 йылдың сентябрендә “Башҡортостан Республикаһының лизинг компанияһы”нда үҙгәртеп ҡороу процесы тамамланды, һөҙөмтәлә республика ошо компанияның берҙән-бер акционерына әүерелде. Беҙҙең ташламалы лизинг программаһынан республикала теркәлгән барлыҡ шәхси, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары файҙалана ала. Уларҙың лизингҡа яңы ҡорамалдар, йөк транспорты, автобустар, махсус техника, туризм өлкәһе өсөн кәрәкле әйберҙәр алыу форсаты бар. Лизинг ярҙамын беҙ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы алып барабыҙ. Агарагим КАГИРГАДЖИЕВ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары: – Өфө ҡалаһы хакимиәтендә эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн күп яҡлы система эшләнде: ҡала райондарының бизнес-шәрифтәре менән эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәғәттәре үткәрелә. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” – бизнестың муниципаль власть органдары һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам өсөн булдырылған инфраструктура менән тура диалог алып барыу мөмкинлеге ул. Һөйләшеүҙе һәм тәҡдимдәр биреүҙе барыһы өсөн дә асыҡ итеү маҡсатында Өфө хакимиәте “Эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар” порталын булдырҙы, унда эшҡыуарҙар яғынан 24 йүнәлештә һорауҙар биреү мөмкинлеге ҡаралған, улар даими яңыртылып тора. Порталда электән эшләгән һәм яңы башлап тороусы бизнесмендар өсөн бөтә ярҙам саралары күрһәтелгән (финанс ярҙамы, мөлкәт алырға булышлыҡ итеү, үҙ эшеңде асыу буйынса кәңәштәр, инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташтырыу, бизнес-навигатор һәм башҡалар). “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың иң мөһим йүнәлештәрәнең береһе – социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү. Ошо йүнәлештә ҡала хакимиәте эшҡыуарҙарҙы социаль предприятиелар исемлегенә йәлеп итеү буйынса мәғлүмәт-консультация саралары үткәрә. 2024 йылда был исемлеккә Өфөнөң 183 эшҡыуары индерелде. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса ҡала фонды һәр теләгән кешегә үҙ эшеңде асыу, бизнесҡа ниндәй финанс һәм мөлкәт ярҙамы күрһәтелеүе, бухгалтерлыҡ һәм һалым иҫәбе алып барыу, уҡытыу хеҙмәттәре буйынса консультациялар ойоштора. Былтыр, мәҫәлән, 900-ҙән ашыу ошондай консультация үткәрелде. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.