Башҡортостан йылғаларында боҙ китә башланы. Боҙо әлегә ҡуҙғалмаған һыу ятҡылыҡтарына һис кенә лә аяҡ баҫырға ярамаған ваҡыт хәҙер. Боҙ кәүшәк, уны өҫтән ҡояш, шәре ашай, аҫтан ағым йыуа. Боҙ буйлап атлағанда ул көтмәгәндә ишелә лә төшә. Бигерәк тә яр буйҙарында боҙ ышанысһыҙ. Балалар, боҙға берүк төшмәгеҙ! Өлкәндәр, балаларҙы һыу буйҙарына яңғыҙын ебәрмәгеҙ! Боҙ өҫтөнә төшһәң, ул көтмәгәндә киҫәктәргә бүленеп тә өҫтөндәге кешене йылға уртаһына алып китергә мөмкин. Боҙло һыуға сумһаң, көслө ағым ағыҙырға ғына тора. Бындай ҡазанан ҡотолоу юлы юҡ һымаҡ. Яҙғы ташҡын, боҙ китеү мәлдәрендә йылға-күлдәрҙә нәҡ балалар йышыраҡ ҡазаға тарый. Яҙғы ташҡын, боҙ китеү осоронда тыйыла: