Мораҡ үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, “РуСкан 60” һәм “УЗИ-Электрон” заманса ультратауыш аппараттары алынды. –Ҡорамалдар, ысынлап та, сифатлы, комплектта тикшереүҙәр үткәреү өсөн бөтә тейешле датчиктар бар. Яңы аппараттар элекке моделдәрҙә булмаған өҫтәмә функцияларға эйә. Шул опцияларҙың береһе –шештәргә төҙәп биопсия үткәреү мөмкинлеге, был диагностика теүәллеген бермә-бер арттыра, – тине ультратауыш диагностикаһы табибы Илгиз Аллағужин. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо