Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәүге урман янғындары апрель башында уҡ башланыуы ихтимал

Башҡортостандың урман янғындары формированиелары һәм урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефе миҙгеле алдынан махсус техника һәм ҡорамалдар әҙерләй башланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Бынан тыш, белгестәр яғыулыҡ-майлау материалдары һаҡламын һәм янғынға ҡаршы инвентарь тупланыу пункттарын тикшерә. Республикаға урмандарҙа оҙайлы янғын хәүефе миҙгеле ғәҙәти хәл. Мәҫәлән, былтыр ул 17 апрелдән 1 ноябргә тиклем 198 көн дауам итте. Авиация урман һағы фараздары буйынса, 2025 йылда Башҡортостан биләмәһендә тәүге урман янғындары апрель башында уҡ башланыуы ихтимал. – Беҙҙең эштә, иң мөһиме – янғынға яуап биреү тиҙлеге, ҡарар ҡабул итеү һәм бөтә хеҙмәттәрҙең яйға һалынған эше. “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ярҙамында беҙҙең учреждениелар нормативтың 100 процентында урман янғыны техникаһы менән йыһазландырылған. Шуға күрә хәҙер беҙ планлы ремонт эштәре менән мәшғүл, – тип аңлатты Башҡортост

Башҡортостандың урман янғындары формированиелары һәм урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефе миҙгеле алдынан махсус техника һәм ҡорамалдар әҙерләй башланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Бынан тыш, белгестәр яғыулыҡ-майлау материалдары һаҡламын һәм янғынға ҡаршы инвентарь тупланыу пункттарын тикшерә. Республикаға урмандарҙа оҙайлы янғын хәүефе миҙгеле ғәҙәти хәл. Мәҫәлән, былтыр ул 17 апрелдән 1 ноябргә тиклем 198 көн дауам итте. Авиация урман һағы фараздары буйынса, 2025 йылда Башҡортостан биләмәһендә тәүге урман янғындары апрель башында уҡ башланыуы ихтимал. – Беҙҙең эштә, иң мөһиме – янғынға яуап биреү тиҙлеге, ҡарар ҡабул итеү һәм бөтә хеҙмәттәрҙең яйға һалынған эше. “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ярҙамында беҙҙең учреждениелар нормативтың 100 процентында урман янғыны техникаһы менән йыһазландырылған. Шуға күрә хәҙер беҙ планлы ремонт эштәре менән мәшғүл, – тип аңлатты Башҡортостандың Урман янғындары үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов. 18 марттан республикала урман янғындарын һүндереү буйынса зона күнекмәләре башлана. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.