“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына күсмә “РЕНЕКС” рентген аппараты алынды. Күсмә ҡорамал дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа ренгенография тишереүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул мобиль яҫы панелле детектор менән йыһазландырылған. Был юғары сифатлы һүрәттәрҙе экранға бик тиҙ сығарырға мөмкинлек бирә. Конструкция тотороҡло, кассеталарҙы һаҡлау өсөн уңайлы контейнер бар. –Күсмә ренгенографта тикшереү үткәреү сирҙәрҙе иртә стадияла сифатлы диагностикаларға мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, яңы ҡорамалда аҙ хәрәкәтләнеүсе пациенттарҙы транспорт ярҙамынан башҡа тикшерергә мөмкин, –тине Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән а