Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аллаһ Тәғәләгә тапшырған эш хәйерле була

Мәрйәм ханымдың һөйләгәндәренән һеҙ ҙә үҙегеҙгә фәһем алып, һығымта эшләһәгеҙ ине. Ауырлыҡтарға бер ҡасан да бирешмәҫкә кәрәклеген дәлилләй был яҙмыш. - Йәшләй генә тормошҡа сыҡтым. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәптә әҙ генә лә эшләп өлгөрмәнем, шунда физкультуранан уҡытыусы Илгиз исемле егет менән танышып, оҙаҡ та үтмәй ғаилә ҡорҙоҡ. Бер-бер артлы өс улыбыҙ донъяға килде. Илгиздең ата-әсәһенең ҡалала буш торған ҙур фатирҙары булғас, шунда йәшәп алып киттек. Мин бала бағыу мәшәҡәттәренә сумдым, Илгиз өҫтәмә эштәргә урынлашып булһа ла ғаиләһен ҡарарға, мохтажлыҡта йәшәтмәҫкә тырышты. Ғаиләлә барыһы ла яҡшы ине. Үҙ-ара ыҙғышыу, нимәгәлер тауыш сығарыу, ҡул күтәреү кеүек нәмә булманы. Икебеҙ ҙә спиртлы эсемлеккә битараф булғас, хатта балалар өйҙә бер ҡасан да шешә, рюмка күрмәне, эскеле байрамдар ҙа үтмәне. Гел шулай дауам итер һымаҡ ине. Ләкин бер көндө ирем ярышҡа киткән еренән кире әйләнеп ҡайтманы. Көсөргәнеште йөрәге күтәрә алмаған тинеләр. Табиптар ярҙам итеп өлгөрә алмаған. Шулай уйламаған ерҙән өс бала менән бер үҙем тороп ҡалдым. Иң бәләкәсенә ул ваҡытта ике йәш тә тулмағайны әле. Уны балалар баҡсаһына йәһәтерәк урынлаштырып, мәктәпкә эшкә сыҡтым. Нисек ауыр булғанын үҙем генә беләм. Балалар бәләкәй булғас, бер туҡтауһыҙ ауырыйҙар. Иң бәләкәсе бигерәк тә сирләшкә булды. Эштә гел генә больничный алғанды ла яратмайҙар. Мәктәп менән балалар араһында өҙгөләндем. Миңә тигән һынауҙар бының менән генә бөтмәгән икән. Ирем үлеп бер йыл да үтмәне, ҡәйнәм менән ҡайным килеп, фатирҙан сығырға кәрәклеген, был фатирҙың Себерҙә йәшәгән ҡыҙҙарына буласағын әйтеп китте. Был хәбәрҙе ишеткәс, балаларым менән күмәкләп ултырып иланыҡ. Был заманда фатирҙы яллап йәшәйем тиһәң, барлыҡ эш хаҡыңдың шунда китеп тороуы билдәле. Бер көндө балалар менән кисен өйгә ҡайтып инеүгә, әйберҙәребеҙҙең төйөнсөктәргә, сумкаларға тултырылып ишек төбөндә ултырыуын күреп аптырауҙан телһеҙ ҡалдыҡ. Ҡәйнәм менән ҡайным сығып китеп тә өлгөрмәгәйне. - Һиңә Аллаһ Тәғәлә ярҙам итһен инде. Шундай ғына теләк әйтә алабыҙ, - тип фатирҙы бушатырға кәрәклеген йәнә бер иҫкәртеп йорттарына ҡайтып киттеләр. Был һүҙҙәр мейемә ут һымаҡ яндырып инде. Күңелемдә өмөт уянды. “Аллаһ Тәғәлә бар бит әле. Ул бит барыһына ла хужа. Нишләп мин былай бирешеп ултырам әле. Беҙҙең дә фатир булыр! “ тигән эске ышаныс барлыҡҡа килде. Шулай итеп таныш бер апайҙың шарттары бик яҡшы булмаған фатирын ҡуртымға алып йәшәп киттек. Был осор төшәге һымаҡ инде хәҙер. Уҡытыусының эш хаҡы менән былай йәшәп булмаясағы ла көн кеүек асыҡ. Төплө генә ҡарарға килә алмай аңҡы-тиңке булып йөрөнөм шул саҡ. Етмәһә, баҙарҙа йөрөп ятҡан сағымда элекке фатирҙа күрше булып йәшәгән ағай осрап, яралы йөрәгемә тоҙ һалып китте. - Ҡәйнәң менән ҡайның һеҙгә бер бүлмәле фатир алып бирҙек тигәйнеләр, ҡайһы тирәнән алдығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды. - Алманыларсы, әлегә кеше фатирындабыҙ, - тип кенә әйтә алдым, әсе төйөр тамағыма килеп тығылып. Бер аҙҙан, атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, үҙемдең тыуған яҡҡа ҡайтырға ҡарар иттем. Район үҙәгендә фатир алыуы ла еңелерәк булып тип уйланым. Мәктәптә уҡыттым, өҫтәмә рәүештә кисен иҙән йыуҙым. Һәр тинде бөртөкләп йыйҙым. Атайым күпләп мал тотҡас, башмаҡ һатып, ул ныҡ ярҙам итте. Шулай итеп, тырыша торғас, бәләкәй генә фатир алдыҡ. Беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр ул көндө. Һөйөнөсөбөҙҙөң сиге юҡ ине. Шул тиклем дә көсәнеп, тырышып алғанғамы, ул шул тиклем дә ҡәҙерле ине беҙҙең өсөн. Шуға эшемде һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләгә тапшырам. Шулай эшләгәндә барыһы ла ыңғай килеп сыға. Әле ураҙа тотоуым да, Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтемдең билдәһе ул, - тип һүҙен тамамланы Мәрйәм апай. Автор фотоһы.