Яҙғы ямғырҙар башланды. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Ямғыр үҙ миҡдарында яуһа ғына ергә шифа, бәрәкәт килә. Ғөмүмән, һыуҙың көсөн аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-ниәт менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Насар, ауыр мөхиттә иһә ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал. Барыһы ла яҡшы булһын, шифалы ямғырҙар бирһәңсе, тип Аллаһтан һорайыҡ - изге Рамаҙан айында доғаның көсө сикһеҙ. 17 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).