Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Егетемде һәләк иттем..."

Был фәһемле лә, үкенесле лә тарихты Әлиә исемле танышым һөйләгәйне. “Зөфәр менән 14-15 йәштәрҙә дуҫлашып киттек. Балаларса тәүге саф хис ысын мөхәббәткә әйләнде. Ул минән бер класҡа юғарыраҡ уҡыны. Зөфәр Стәрлетамаҡ ҡалаһына колледжға инде, киләһе йылына мин, конкурс аҙыраҡ тип, Сибай институтын һайлап, студент булып киттем. Икебеҙ ике ҡалала йәшәһәк тә, көн дә тиерлек телефондан һөйләштек, бер-беребеҙҙең хәлдәрен белеп торҙоҡ, байрамдарҙа, каникулда һағынып осраштыҡ. Беренсе курсты тамамлағас, имтихандарҙы алданыраҡ тапшырып, ауылға ҡайтып төштөм. Ауыл халҡы геү килеп һабантуйға әҙерләнә ине. Һуңғы йылдарҙа булғаны ла юҡ ине был байрамдың, ул мәлдә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек итеп үткәрҙеләр. Зөфәр “байрамға ҡайта алмайым” тип шылтыратты. Быға бик ныҡ көйөндөм. “Нисек инде ҡайта алмайһың? Ә мин...” – тип үпкәләп тә алдым. Дүшәмбе бик мөһим имтихан булыуын әйтте. Һағынып, һөйгәнем менән күрешәм тип атлығып ҡайтҡан инем, тамам кәйефем ҡырылды. “Ярай инде, ҡайталмағасһың...” – тип те

Был фәһемле лә, үкенесле лә тарихты Әлиә исемле танышым һөйләгәйне. “Зөфәр менән 14-15 йәштәрҙә дуҫлашып киттек. Балаларса тәүге саф хис ысын мөхәббәткә әйләнде. Ул минән бер класҡа юғарыраҡ уҡыны. Зөфәр Стәрлетамаҡ ҡалаһына колледжға инде, киләһе йылына мин, конкурс аҙыраҡ тип, Сибай институтын һайлап, студент булып киттем. Икебеҙ ике ҡалала йәшәһәк тә, көн дә тиерлек телефондан һөйләштек, бер-беребеҙҙең хәлдәрен белеп торҙоҡ, байрамдарҙа, каникулда һағынып осраштыҡ. Беренсе курсты тамамлағас, имтихандарҙы алданыраҡ тапшырып, ауылға ҡайтып төштөм. Ауыл халҡы геү килеп һабантуйға әҙерләнә ине. Һуңғы йылдарҙа булғаны ла юҡ ине был байрамдың, ул мәлдә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек итеп үткәрҙеләр. Зөфәр “байрамға ҡайта алмайым” тип шылтыратты. Быға бик ныҡ көйөндөм. “Нисек инде ҡайта алмайһың? Ә мин...” – тип үпкәләп тә алдым. Дүшәмбе бик мөһим имтихан булыуын әйтте. Һағынып, һөйгәнем менән күрешәм тип атлығып ҡайтҡан инем, тамам кәйефем ҡырылды. “Ярай инде, ҡайталмағасһың...” – тип телефонды һалып ҡуйҙым. Иртәгәһенә иртә менән, байрам башланыр көндә, район үҙәге менән ауыл араһында бер мотоциклдың йөк машинаһы менән бәрелешеүе, мотоциклды йөрөткән ирҙең дә, пассажирының да үлеүе, шул пассажирҙың Зөфәр булыуы тураһында хәбәр бөтә ауылды шаңҡытты. Был хәбәрҙән иҫтән яҙырҙай булдым. 19 йәшлек Зөфәрҙе бөтә ауыл менән зар илап һуңғы юлға оҙаттыҡ. Байрамды башҡа көнгә кисектерҙеләр. Колледждан дуҫтары ла килгәйне. Радмир тигәне мине ситкәрәк алып китеп әйтте: “Ул бит һине уйлап юлға сыҡҡайны. Әлиәгә сюрприз яһайым, юл ыңғай осраған машиналарға эләгеп булһа ла ҡайтып етермен әле, тигәйне. “Төнгә ҡаршы йөрөмә” тиһәк тә, тыңламаны шул...” Әлбиттә, беҙҙең аралағы һөйләшеүҙе, минең бер аҙ үпкәләүемде дуҫтары ла, туғандары ла белмәй ине. Ҡайғынан һығылып төшкән әсәһенә лә был турала әйтергә ҡыйыулығым етмәне. “Ниңә генә юлға сыҡтың икән, улым? Ҡайтмайым, тип әйткәйнең бит...” – тип илаған әсәһенә ҡарарлыҡ хәлдә түгел инем. Зөфәрҙе юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем. Үҙемде ғәйепле һанап, үкенмәгән, иламаған көнөм-төнөм булмағандыр. Үҙемде хатта сиргә һабышып барғандай тойҙом. Бер Зөфәр мәл төшөмә инде: шул тиклем матур, бөхтә итеп кейенгән, үҙе йылмая. “Әлиә, үҙеңде ҡулға ал. Һинең бер ниндәй ҙә ғәйебең юҡ. Икебеҙ өсөн дә йәшәргә тейешһең”, – тине. Ошо төштән һуң күңелемдә бер аҙ ғына булһа ла еңеллек тойғандай булдым, әммә бик ауыр сыҡтым был хәлдән. Әлеге ваҡиғаларға 10 йыл самаһы ваҡыт үткәс, 28 йәшемдә генә изге күңелле, яҡшы кешегә тормошҡа сыҡтым. Улымдың исеме – Зөфәр. Яратып туймайым үҙен. Әлбиттә, тәүге мөхәббәтем, йәшлек иҫәрлеге менән яһаған хатам (шулай тип әйтеп буламы икән?) әле лә күңелемде өйкәп, болоҡһотоп ала. Ғәйеп тойғоһо менән йәшәү бик ауыр икән ул... Ә Зөфәрҙең туғандарына хәлдең айышын әйтә алманым. Белмәйем, тейешменме икән уларға был хаҡта әйтергә? Нисәмә йыл үтте бит инде. Уларҙың күңел яраһын яңынан ҡуҙғатыу кеүек булыр төҫлө. Икенсе яҡтан, әйтһәм, барыһын да һөйләп бирһәм, үҙемә еңел булып ҡалыр кеүек...”. Ә һеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, был хаҡта нисек уйлайһығыҙ? Әлиәгә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Фото: stihi.ru