Республикабыҙҙың 28 ауылы хәҙер юғары тиҙлектәге интернет менән файҙалана ала. Эш "Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы" милли проекты (нацпроект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") ярҙамында тормошҡа ашырылды. Был хаҡта республиканың Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығы хәбәр итә. 4G-интернет Архангел, Асҡын, Благовещен, Ҡалтасы, Саҡмағош, Яңауыл һәм башҡа райондарҙа эшләй башланы. Айырым иғтибар халҡы 100 кешенән дә кәм булған ауылдарға йүнәлтелде, мәҫәлән, Сулпан, Кузьминка, Күгәрсен-Бүләк. Юғары тиҙлектәге бәйләнеш халыҡка заманса һанлы алымдар менән тулы ҡеүәттә файҙаланыу мөмкинлеген бирә. "Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү" федераль проекты бер меңдән әҙерәк кеше йәшәгән ауылдарға мобиль бәйләнеш үткәреүҙе күҙ уңында тота.Башҡортостан Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығы тырышлығы менән дә республикала квотаға инеүселәр һаны юғары. Беҙҙең компания программаны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем эшләй: был инде өсөнсө этап эштәре. Бынан алда 200-ҙ
Башҡортостандың 28 ауылында 4G интернет барлыҡҡа килде
23 марта 202523 мар 2025
~1 мин