Мәҙинә апай – тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған ҡатын. Шулай ҙа яҙмышының әсе һынауҙары һындырмаған уны, тормошто яратыуына, алсаҡ, көләс булыуына гел һоҡланып бағам. Рәшит ағай менән йәшләй генә яратышып ҡауышҡандар. Кешегә яҡшы мөнәсәбәтле, шаян, йор һүҙле шул ағай эсеп алһа, алмаштырып ҡуйылған кеүек була торғайны. Мәҙинә апайҙы аҙ йәберләмәне, береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы менән кеше өйөндә ҡунған, өсәр-дүртәр көн иҫерек ире янына ҡайтырға ҡурҡып йөрөгән саҡтары ла күп булды. Эсһә, бигерәк ҡанһыҙ ҡыланды, ҡатынына ҡул күтәреүҙән дә тартынманы. Бер шулай эсеп илергәнендә үҙ-үҙенә ҡул һалып, мәрхүм булып ҡалды. Иренең йыллығына әҙерләнгән саҡта апай өй йыуырға өмәгә әйтте. Барлыҡ түшәк-ҡаралтыны тышҡа сығарып елләтеп, ҡарағай бүрәнәләрҙе ҡырып йыуып, мейесте ап-аҡ итеп ағартып ҡуйҙыҡ. Стеналарҙы йыуып бөткәс, таҙа сепрәк менән картиналарҙы, рамдағы фотоларҙы һөртөп элә башланым. Бына ҡулымда – Рәшит ағайҙың портреты. Оҙон буйлы, матур йөҙлө, көлөмһөрәп баҫып тора.