Һыйырҙың еленен һауыр алдынан әҙерләүҙең инновациялы алымын 18 – 21 мартта Өфөлә үтәсәк «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһендә күрергә мөмкин. Һөт фермаларында хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм продукция сифатын арттырыусы аппарат Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһы тарафынан булдырылған «Асистема» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең стартабы эшкәртмәһе. - Студияның бурысы – сәнәғәткә йәки бизнесҡа тиҙ арала индереләсәк перспективалы ғилми эшләнмәләр табыу, команда йыйыу, проектты финанслау, баҙарға сығыр алдынан үҫтереү, һуңынан уны һатыу йәки яйға һалынған файҙалы эштән дивидендтар алыу, - ти Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһы етәксеһе Владимир Бекасов. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының стартабы – инновацияларҙы һәм иҡтисадты үҫтереү буйынса федераль проект һәм стартаптар фабрикаһы. “Асистема” проекты – студияның күп кенә уң