Интернет булмаған осорҙа йәш-елкенсәк буш ваҡытын нисек үткәрҙе икән? Заманса технологиялар юҡлығы ҡыҙ һәм егеттәргә күңелле ял итергә кәртә була алмаған, улар буш ваҡыттарын йөкмәткеле үткәреү ысулдарын тапҡан. Шуны “Балтас таңдары” гәзите хеҙмәткәре Дамир Хәйретдинов тәҡдим иткән 1961 йылғы фото ла иҫбатлай. Ауылдарҙа клуб тормошо гөрләп торған. Һәр кис халыҡ ошонда аралашыр, бейер, күңел асыр, йыр-моң менән ләззәтләнер өсөн йыйылған . Көнтүгеш ауыл клубында мөдир булып эшләгән Гөлмәрйәм Лоҡманова йөҙ квадрат метр майҙандағы бинаның тар булыуына ҡарамаҫтан, кешеләрҙең нисек шатланып күңел асыуы тураһында һөйләгән. Клуб ауылда дуҫтар менән аралашыу, танышыу, ваҡытты күңелле үткәреү урыны булған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер күптәр онлайн рәүешендә генә аралаша... 1961 йылғы фотола 1930-1940 йылғы йәштәр һүрәтләнгән. Күбеһе беҙҙең арала юҡ инде. Уларҙың уртаһында – Гөлмәрйәм Лоҡманова, яҡташыбыҙ иҫән-һау, ошо осорҙа аралашҡан ауылдаштары тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе һаҡлай.Хәҙер иҫке клуб урынында бушлыҡ, эргәһендә генә Көнтүгеш мәҙәниәт йорто урынлашҡан. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2025-03-14/kakova-byla-zhizn-v-selah-baltachevskogo-rayona-do-poyavleniya-interneta-4157043