Найти в Дзене

Полиция хеҙмәткәрен ҡулға алғандар

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының именлек бүлексәһе оперативниктары территориаль бүлексә хеҙмәткәренең законһыҙ эшмәкәрлеге факттарын асыҡланы. БР буйынса Эске эштәр министрлығының именлек бүлеге оперативниктары Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы менән берлектә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 9-сы полиция бүлегенең енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәренең законһыҙ эшмәкәрлеге факттарын асыҡланы. Алдан асыҡланыуынса, 2023-2024 йылдарҙа РФ Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе начальнигы вазифаһында хеҙмәт иткән был хеҙмәткәр урман менән файҙаланыу өлкәһендәге законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу буйынса саралар күрмәгәне өсөн урындағы дүрт кешенән законһыҙ аҡсалата бүләк һәм ағас материалдары талап иткән һәм алған. Оператив хеҙмәткәрҙәр йыйған материалдар нигеҙендә тәфтиш органдары процессуаль ҡарар ҡабул иткән. Вазифалы кешенең ғәйебен раҫланһа, ул эске эштәр органдарынан кире нигеҙҙәр буйынса бушатыласаҡ һәм закон буй

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының именлек бүлексәһе оперативниктары территориаль бүлексә хеҙмәткәренең законһыҙ эшмәкәрлеге факттарын асыҡланы. БР буйынса Эске эштәр министрлығының именлек бүлеге оперативниктары Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы менән берлектә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 9-сы полиция бүлегенең енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәренең законһыҙ эшмәкәрлеге факттарын асыҡланы. Алдан асыҡланыуынса, 2023-2024 йылдарҙа РФ Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе начальнигы вазифаһында хеҙмәт иткән был хеҙмәткәр урман менән файҙаланыу өлкәһендәге законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу буйынса саралар күрмәгәне өсөн урындағы дүрт кешенән законһыҙ аҡсалата бүләк һәм ағас материалдары талап иткән һәм алған. Оператив хеҙмәткәрҙәр йыйған материалдар нигеҙендә тәфтиш органдары процессуаль ҡарар ҡабул иткән. Вазифалы кешенең ғәйебен раҫланһа, ул эске эштәр органдарынан кире нигеҙҙәр буйынса бушатыласаҡ һәм закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Фото: "Башҡортостан" гәзитенән.