Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Беҙ - лидерҙар иҫәбендә!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "АРТ-Ҡоролтай" V Мәҙәни форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Пленар ултырыштың темаһы "Бөйөк ил мираҫы – Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе". Радий Хәбиров үҙенең сығышында "АРТ-Ҡоролтай"ҙың абруйлы ҡунаҡтарын сәләмләне һәм республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. – Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән мәғлүмәт әүҙемлеге рейтингыһында лидерлыҡ итә. Беҙ мәҙәни сараларға килеүселәр һаны буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урынға сыҡтыҡ. Был һан беҙҙә 160 миллиондан ашып китте. Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына льготалы нигеҙҙә мәҙәниәт учреждениеларына һәм сараларға йөрөү хоҡуғын бирҙек. Йыл ярым эсендә был ярҙам сараһынан 90 мең самаһы кеше файҙаланған, улар 12 меңдән ашыу сарала ҡатнашҡан, – тине төбәк етәксеһе. – 2025 йыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм ул Ватанды һаҡлаусылар йылы билдәһе аҫтында үтә. Башҡортостанда был шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзалары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "АРТ-Ҡоролтай" V Мәҙәни форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Пленар ултырыштың темаһы "Бөйөк ил мираҫы – Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе". Радий Хәбиров үҙенең сығышында "АРТ-Ҡоролтай"ҙың абруйлы ҡунаҡтарын сәләмләне һәм республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. – Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән мәғлүмәт әүҙемлеге рейтингыһында лидерлыҡ итә. Беҙ мәҙәни сараларға килеүселәр һаны буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урынға сыҡтыҡ. Был һан беҙҙә 160 миллиондан ашып китте. Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына льготалы нигеҙҙә мәҙәниәт учреждениеларына һәм сараларға йөрөү хоҡуғын бирҙек. Йыл ярым эсендә был ярҙам сараһынан 90 мең самаһы кеше файҙаланған, улар 12 меңдән ашыу сарала ҡатнашҡан, – тине төбәк етәксеһе. – 2025 йыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм ул Ватанды һаҡлаусылар йылы билдәһе аҫтында үтә. Башҡортостанда был шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы. Былар – мәҙәни контентты формалаштырыу, быйылғы эшебеҙҙең йүнәлештәрен һәм формаларын билдәләү өсөн төп темалар. Хәҙер инде был темаға китаптар әүҙем нәшер ителә, геройҙарыбыҙҙың ысын батырлыҡтары нигеҙендә музыкаль әҫәрҙәр, театр постановкалары ҡуйыла. Беҙҙең мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыш ҡына махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы. Айырыуса "Павильон" төркөмөн, Рәмил Бәҙәмшинды, Рәсүл Ҡарабулатовты, Арыҫлан Тимеровты, филармонияларҙың концерт бригадаларын билдәләп үтергә теләйем. Былтыр махсус хәрби операцияға арналған фильмдарҙың премьераһы үтте. Хәҙер "Салауат тоҡомдары", "Муса Гәрәйев" анимация проекттары өҫтөндә эш бара, – тип республикабыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлау өсөн Башҡортостанда күләмле мәҙәни проекттарҙың уңышлы эшләп килгәнен белдерҙе ул. Мәҫәлән, "Китап-байрам" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе, "Геройҙар ваҡыты" патриотик йыр конкурсы, "Әйҙә уйнарға!" уйынсыҡтар фестивале, "Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале һуңғы йылдарҙа халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Шулай уҡ, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан "Пушкин картаһы" федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙа лидер булды, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.