Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашты. Көн ҡаҙағында – республика биләмәһендә яңы күләмле тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу. Илдең һаулыҡ һаҡлау тармағы етәксеһе республика идара командаһының эш һөҙөмтәһен юғары баһаланы. –Үткән осорҙа онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар пациенттар ярҙамына ҡағылған проекттар тормошҡа ашырылды. Башҡортостан бөтәһен дә сифатлы һәм графикка ярашлы башҡарҙы. Пандемияны уңышлы үтте, модулле йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре тиҙ төҙөлдө, – тип билдәләне Михаил Мурашко. – Хәҙерге ваҡытта “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”, “Ғаилә” милли проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эшләйбеҙ. Ҡайһы бер йүнәлештәр онкология ярҙамы, әсә һәм бала сәләмәтлеге буйынса тәүге звеноны яңыртыуға ҡағыла. Айырым проект –экстрен ярҙамды яңыртыу, яңы типтағы ҡабул итеү бүлексәләрен формалаштырыу. Башҡортостандың бөтә программаларҙа ҡатнашыуына өмөт итәбеҙ. Башҡортостан Башлығы республикала 2026-2030 йылдарға иҫәплән