Өфө дәүләт нефть техник университетында, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, “Ҡатын-ҡыҙҙар фәндә” фотокүргәҙмәһе эш башланы. Күргәҙмәлә һәр кем университеттың ун хеҙмәткәре – фән кандидаттары, кафедра доценттары, лаборатория етәкселәре менән таныша ала. Килеүселәр уларҙың карьераһы, шөғөлдәре, ғаиләһе менән танышасаҡ. Экспозиция март аҙағына тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ онлайн рәүешендә лә күргәҙмә ойоштороласаҡ, ул “Молодежь нефтяного” сайтында эшләй. “Проект өҫтөндә уҡытыусылар һәм студенттар командаһы эшләне.Беҙ төшөрөү өсөн шарттар тыуҙырҙыҡ, визажистарҙы саҡырҙыҡ. Өфө фоторәссамы Софья Ихсанова геройҙарыбыҙҙың бай эске донъяһы нескәлектәрен тотоп алып, беҙҙең идеяларҙы тормошҡа ашырҙы. Минең хыялым – проекттың алдағы этабында йөҙәрләгән һәм меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында һөйләү, республиканың бөтә ғалим ҡатын-ҡыҙҙарын күрһәтеү, – тип билдәләне проект етәксеһе, доцент Владлена Ивлева. Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” (нацпроект