Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе

Мәҙәниәт ветераны, театр актеры, режиссер Вәкил Барый улы Йосопов 1952 йылдың 20 февралендә Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуған. Бала саҡтан сәнғәткә ынтыла ул. “Өйөбөҙ ауыл клубы эргәһендә генә ине, шуға ла ул минең өсөн икенсе йортом һымаҡ булды – бөтә буш ваҡытымды шунда уҙғара, бар сараларҙа ла ҡатнаша торғайным”, – тип иҫкә ала ул был хаҡта бер интервьюһында. Шуғалыр ҙа, уға 15 йәшендә генә тыуған ауыл клубына идара итеүҙе ышанып тапшыралар. Үҫмер егеттең киләсәктә ниндәй һөнәр һайлары ла бер кемдә лә һорау тыуҙырмай: 1969 йылда Темәс урта мәктәбен тамамлағандан һуң, ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инә. Унда танылған педагогтар Ғабдулла Ғиләжев һәм Фәрдүнә Ҡасимовала белем ала. 1973 йылда институтта уҡыуын тамамлағас, Сибай башҡорт драма театрына актер булып ҡайта. Вәкил Барый улы Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында һөнәри кимәлен арттыра. 1998-2000 йылдарҙа Ырымбур татар драма театрында режиссёр була. 2004 йылдан – "Сулпан" Сибай башҡорт балалар театры, 2005 йылдан башлап Сибай филармонияһы директоры булып эшләй. 2013 йылда сәхнә оҫтаһы Сибай концерт-театр берләшмәһенә етәкселек итә башлай, унда “Сулпан” театры һәм Сибай филармонияһы инә. Бер үк ваҡытта, 2002 йылдан башлап, Вәкил Барый улы Сибай сәнғәт колледжында ла уҡыта. 2015 йылдан алып В. Йосопов “Сулпан” театрының художество етәксеһе була, һуңғы йылдарҙа Сибай концерт-театр берләшмәһе режиссеры вазифаһын атҡара. Вәкил Йосопов сәхнәләге уйыны менән театр яратыусыларҙы әсир итте, әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле итеп ҡуйған талантлы режиссер булараҡ та хөрмәт яуланы. Уның ижади эштәре лиризм, яҡшы һәм йылы юмор менән айырылып торҙо. Алдағы көндәргә лә абруйлы сәнғәт әһеле, үҙ һөнәре оҫтаһының ижади пландары, маҡсаттары бихисап булғандыр... Мәрхүмде бөгөн һуңғы юлға оҙаталар. Был хаҡта ойошманың социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителде. Вәкил Барый улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҙур талантҡа, оло йөрәккә эйә шәхес тураһында һәр саҡ хәтерләрбеҙ. Фото: Сибай концерт-театр берләшмәһе архивынан.