Моғайын, күптәр сей йомортҡа һарыһында ҡыҙыл йәки көрәнерәк төҫтәге тап күргәне барҙыр. Ҡайһы берәүҙәр ундай таптарҙан хәүефләнә, ул ысынлап ҡурҡынысмы? Диетолог Альберт Годин әйтеүенсә, бындай ҡыҙыл таптан ҡурҡырға ярамай. Ул ағыуланыуға килтермәй, йомортҡаның боҙоҡ булыуы тураһында ла һөйләмәй. Был ҡан табы буласаҡ себештең яралғыһы тигән миф та бар. Ләкин ул дөрөҫ түгел. Сөнки ҡошсолоҡ фермаларында әтәсһеҙ йомортҡа һалған тауыҡтарҙың йомортҡаһында ла был ҡыҙыл таптар осрай. Был ни бары йомортҡа һарыһындағы тоҡсайға илткән тамырҙа барлыҡҡа килгән ҡан ҡуйырығы. Тоҡсай йыртылған саҡта ҡандың бер өлөшө йомортҡа һарыһына эләгеүе бар. Кеше өсөн бындай таптар бер ниндәй ҙә хәүеф менән янамай. Әгәр ул һеҙҙең өсөн ерәнгес булып тойолһа, уны ипләп кенә ҡалаҡ менән алып ташларға була, тик был мотлаҡ түгел. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, бындай таптар өлкән тауыҡтарҙың һәм көрән ҡабыҡлы йомортҡала йышыраҡ осрай. Шулай булғас, әгәр ҡан таптарын осратҡығыҙ килмәһә, аҡ ҡабыҡлы йомортҡа алырға тырышығыҙ.