Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Һин был бүләккә икеләтә лайыҡһың"

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артисы Альберт Салауатов Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Награданы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Артист был ҡыуаныслы хәбәрҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткәс, ҡотлап, алҡышлап бик күп комментарийҙар яҙылды. "Һин был исемгә күптән лайыҡһың, яңғырат әйҙә башҡорт йырҙарын донъяға", "һайра, моңло һандуғасыбыҙ", "уның йырҙарының тәьҫир көсө, күкрәгенән урғылған моң - үҙе бер феноменаль күренеш. Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә икеләтә лайыҡ йырсы ул Альберт Салауатов!" тигән ысын күңелдән хуплауҙар әйтелде. Яратҡан йырсыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ! Фото: А. Салауатовтың шәхси архивынан.