Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сәнәғәтте үҫтереү советының беренсе ултырышы булды

Совет ултырышы "Зубово" технопаркында уҙҙы. Унда РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары, Совет рәйестәше Иван Куликов, профилле федераль ведомстволар һәм үҫеш институттары етәкселәре, Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең алдынғы предприятиелары вәкилдәре ҡанашты. “Бөгөн БР сәнәғәтте үҫтереү советы эшен башлайбыҙ. Яңы ойошманың сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле ҡорал булып китеренә ышанам”, - тине Радий Хәбиров. Ул РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуровҡа һәм илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәкселегенә республикабыҙҙың мөһим проекттары һәм башланғыстарына булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. 2024 йылдың төп һөҙөмтәләре тураһында һөйләгәндә, республика Башлығы Башҡортостан предприятиеларының республиканың тотороҡло үҫешенә, илдең технологик суверенитетын һәм оборона мөмкинлектәрен нығытыуға ҙур өлөш индереүен билдәләне. Республиканың сәнәғәт комплексы эшен Иван Куликов юғары баһаланы. Ул Башҡортостандың төрлө федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашыу

Совет ултырышы "Зубово" технопаркында уҙҙы. Унда РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары, Совет рәйестәше Иван Куликов, профилле федераль ведомстволар һәм үҫеш институттары етәкселәре, Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең алдынғы предприятиелары вәкилдәре ҡанашты. “Бөгөн БР сәнәғәтте үҫтереү советы эшен башлайбыҙ. Яңы ойошманың сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле ҡорал булып китеренә ышанам”, - тине Радий Хәбиров. Ул РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуровҡа һәм илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәкселегенә республикабыҙҙың мөһим проекттары һәм башланғыстарына булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. 2024 йылдың төп һөҙөмтәләре тураһында һөйләгәндә, республика Башлығы Башҡортостан предприятиеларының республиканың тотороҡло үҫешенә, илдең технологик суверенитетын һәм оборона мөмкинлектәрен нығытыуға ҙур өлөш индереүен билдәләне. Республиканың сәнәғәт комплексы эшен Иван Куликов юғары баһаланы. Ул Башҡортостандың төрлө федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы алдағы өс йылға республиканың сәнәғәт потенциалын үҫтереү буйынса саралар планын раҫланы, тип өҫтәне министр урынбаҫары. Башҡортостан алдында торған бурыстар хаҡында Премьер-министр урынбаҫары - Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ентеклерәк һөйләне. Республиканың 2025-2027 йылдарға сәнәғәт потенциалын үҫтереү планы 41 сараны, шул иҫәптән тармаҡҡа ярҙам итеү буйынса финанс сараларын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк сәнәғәт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Владимир Мостовой үҙ сығышында республиканың етештереү өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштарын билдәләне. «Башҡортостан сәнәғәт инфраструктураһын һәм кадрҙар ресурстарын үҫтереүҙә лидер һәм башҡа төбәктәр өсөн остаз булып тора”, - тине ул. Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Михаил Лабудин республиканың сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереүҙәге уңыштарын билдәләне. Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Дмитрий Курочкин Башҡортостандың сәнәғәт инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ролен билдәләне. Иҡтисадты үҫтереү һәм трансформация буйынса федераль агентлыҡтың генераль директоры Владислав Онищенко предприятиеларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм килемлелеген арттырыу, шулай уҡ иҡтисадтың яңы тармаҡтарын үҫтереү өсөн сәнәғәт мәғлүмәттәрен файҙаланыуҙың мөһимлеген билдәләне. Һүҙ етештереү мәлендә һәм технологик процестарҙа булдырылған һәм эшкәртелгән мәғлүмәт тураһында бара. Осрашыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республикала тематик осрашыуҙарҙы "Сәнәғәт сәғәте" форматында үткәреүҙең мөһимлеген юғары баһаланы. Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров республиканың сәнәғәт предприятиелары һәм ведомстволары вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика етәксеһе ҡатнашлығында шулай уҡ бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван КУЛИКОВ: – Технологик суверенитетты нығытыу бурысын үтәүҙәге уңыш күп осраҡта төбәк кимәлендәге тырышлыҡтарға бәйле. Башҡортостан был яҡтан өлгө булып тора. Бында тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары системаһы, шулай уҡ власть органдары һәм предприятиелар араһында тотороҡло бәйләнеш булдырылған. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингта лидер булды. Башҡортостан Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төрлө программаларында әүҙем ҡатнаша. Һуңғы дүрт йылда республика сәнәғәтенә ярҙамға 15 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк сәнәғәт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Владимир МОСТОВОЙ: – Башҡортостан сәнәғәт инфраструктураһын һәм кадрҙар ресурстарын үҫтереүҙә лидер һәм башҡа төбәктәр өсөн остаз булып тора. Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru/ru/news/...