Бөгөн, 14 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Быйылғы конкурстар 200-ҙән ашыу педагогты тупланы. Уларҙың 148-е – “Йыл уҡытыусыһы”, тағы ла 55-е “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашты. Шуны ла әйтергә кәрәк, быйыл бәйгеләр түңәрәк даталарын билдәләй: тәүгеһе – 35-се тапҡыр, икенсеһе 30-сы тапҡыр үткәрелә. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр туған телдәр, йәғни башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм сыуаш телдәре уҡытыусылары үҙҙәрен һынап ҡараны. 26 февралдән 12 мартҡа тиклем бәйгелә ҡатнашыусылар асыҡ дәрестән башлап министр менән һөйләшеүгә тиклем төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Һәм бына, ниһайәт, тантаналы минуттар: сәхнәгә бер аҙ тулҡынланып та, ғорур баҫып та финалға үтеүселәр – төрлө номинацияларҙа билдәләнгән лауреаттар, призлы урын яулаусылар һәм еңеүселәр күтәрелә. – Үҙем дә һеҙҙең кеүек тулҡынла