Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фотограф Александр Даниловтың күргәҙмәһе асыла

"Камиллыҡҡа юл" тип аталған фотоһүрәттәр күргәҙмәһендә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттарының тормошо – уларҙың еңел булмаған көндәре, уңышҡа илткән һикәлтәле юл һәм хыялдар тормошҡа ашҡан саҡтағы бәхетле мәлдәре тураһында һөйләнелә. Күргәҙмә тураһында "Республика Башкортостан" гәзитенән коллегаларыбыҙ хәбәр итте. Александр Данилов республика матбуғатын уҡып барыусыларға яҡшы таныш. Уның фотоһүрәттәре гәзит-журналдарҙы йыш биҙәй. Күргәҙмә 17 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Эрмитаж залында киске сәғәт 6-ла асыла. Инеү бушлай (6+). Иллюстрация авторы – Александр Данилов.