Өфөлә "АРТ-Ҡоролтай" V Халыҡ-ара мәҙәни форумы сиктәрендә "Росгосцирк" федераль концерт филиалы Өфө дәүләт циркын реконструкциялау һәм реставрациялау буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры Эдгард Запашный һәм башҡалар ҡатнашты. Республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы һәм федераль милек булған Өфө дәүләт циркы 1968 йылда төҙөлгән. Әммә төҙөлгәндән алып бер ҡасан да ремонт һәм реконструкция үткәрелмәгән. Авария хәлендәге бинаны Өфөнөң Октябрь районы суды 2017 йылда файҙаланыуҙан тыя. 2021 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса проект-смета документацияһы әҙерләнде, ул бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә "Рәсәйҙең баш дәүләт экспертизаһы" федераль агентлығының дәүләт экспертизаһы һығымтаһын алды. Эдгард Запашный төбәк властарының яуаплы ҡарашын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, күп кенә төбәктәр