“Сталинград һуғышы” музей-панорамаһында Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан-Волгаград. Берҙәмлек рухындағы еңеү” күргәҙмә проекты асылды. Уны Мәҙәниәт министрлығының Хәрби Дан республика музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Планшет күргәҙмәһе Көньяҡ-Көнбайыш фронты 5-се танк армияһының 8-се кавалерия корпусы составында һуғышҡан генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Сталинград янындағы совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме һәм Урта Дон операцияһындағы хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләй. Музейға килгәндәр дивизия һәм уның командиры – Рәсәй Геройы, гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатовтың данлы хәрби юлына арналған документтар һәм фотолар менән таныша ала. Күргәҙмәлә шулай уҡ Шайморатовтың һәм дивизия кавалеристарының шәхси әйберҙәрен, офицер мундиры предметтарын һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ҡоралдарын күрергә мөмкин. Бынан тыш күргәҙмәлә уникаль экспонат – милли уйын ҡора