“Потап” позывнойлы яугир Салауат ҡалаһынан махсус хәрби хеҙмәткә алынған. Уға 37 йәш. Армияла хеҙмәт иткән, һуңғы йылдарҙа “Битум” йәмғиәтендә оператор булып эшләгән. Мәскәү технология техникумын тамамлаған. Ғаилә ҡорған, ике бала тәрбиәләй. Яу ҡырындағы батырлығы өсөн Шайморатов миҙалы менән наградланған. Башҡалар кеүек 2022 йылдың 22 сентябрендә махсус хәрби операцияға саҡырыла. Ике аҙнанан ашыу Пензала хәрби әҙерлек үтә, полигонда төрлө ҡоралдарҙан атырға өйрәнә, артиллерия орудиеларының төҙөлөшө менән таныша, окоптар ҡаҙа. “Бомба шартлағанын тәү тапҡыр ишетеү ҡурҡыныс булды. Мин 9-сы мотоуҡсылар ротаһының өсөнсө взводына эләктем. Беҙҙе ОМОН егеттәре күп нәмәгә өйрәтте, инструктаж үткәрҙе. Беҙҙе постарға урынлаштырҙылар, аҙаҡ тағы урынды алыштырырға тура килде, октябрҙән ноябрь урталарына тиклем һис тынғы булманы. Дошман артиллерияһын, минометтарын, танк һәм вертолеттарын, самолеттарын эшкә ҡушты. Был тирәлә йәшәгән халыҡҡа ла ауыр ине, уларҙы ла утҡа тоттолар, бер нисә кеше дошма