Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәҙәниәтебеҙгә ҡеүәт ул “АРТ-ҡоролтай”!

Баш ҡалабыҙҙа сираттағы тапҡыр “АРТ-Ҡоролтай” халыҡ-ара мәҙәни форумы үҙ ишектәрен асты. Быйыл ул бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм, уҙған йылдарҙан сығып фекер йөрөткәндә, ул илебеҙ мәҙәниәтен үҫтереүҙә оло майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Кесе Ватандың мәҙәниәте” федераль проектының Башҡортостан буйынса етәксеһе Эльвира Айытҡолова ла ҡатнаша. – Республика Башлығы Радий Хәбировтың исеменән һеҙҙе ҡайнар сәләмләйем. Мәҙәниәт өлкәһендә һуңғы йылдарҙа өлгәшкән уңыштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, беҙ тәүге бишәү рәтендә генә түгел, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса хатта иң тәүгеләр иҫәбендә. Был - берҙәмлегебеҙ һөҙөмтәһе. Әгәр бөгөн йәмғиәтебеҙ президентыбыҙға ҡеүәт өҫтәп, махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә терәк-таяныс була ала икән, был күп нәмә тураһында һөйләй. Белеүебеҙсә, республикабыҙҙың бик күп мәҙәниәт йорттарында ауыл халҡы бергә йыйылып аралаша, яугирҙәргә ярҙам әҙерләп оҙата. Был осраҡта, мәҙәни саралар ғына түгел, ошолай йәнле аралашыуҙар ҙа беҙҙең халыҡта илһөйәрлек тәрбиәләй. Беҙ ошолай йәмғиәтебеҙҙе берләштерәбеҙ, – тип, милли мәҙәниәтебеҙҙең мөһим ролен билдәләне Урал Таһир улы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе, уларҙы үҫтереүгә һалынған көс һәм сығымды билдәләп үтте: – Башҡортостандың дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте мәҙәни әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе, үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлауға һәм тарихи мәғрифәтселеккә йүнәлтелгән. Беҙҙең ҡулда йәш быуындарҙың киләсәге. Бөгөн беҙ башҡарған эштәребеҙҙең йөкмәткеһе өсөн яуаплы икәнлекте аңларға тейешбеҙ. Әлбиттә, дәүләт был йүнәлеште әүҙем ҡеүәтләй һәм мәҙәниәтебеҙгә бүленгән иҫ киткес ҙур суммалар быны асыҡ дәлилләй. Былтыр, мәҫәлән, республикала мәҙәниәт тармағына 15,70 миллиард һум аҡса бүленде. Форум Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм быйыл да мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренең башланғыстары өсөн ҙур этәргес булды. Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.