“Айыҡ ауыл” республика конкурсының Ҡырмыҫҡалы муниципаль этабында еңеүсе Ибраһим ауылы халҡы “Йәнбикә әхирәттәрен йыя” район фестиваленең йомғаҡлау сараһын ойошторҙо. Сәләмәт тормошто, милли йолаларҙы һәм ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаусы йәмле байрамға был юлы Ҡабаҡ, Һәүәләй, Ҡарлыман, Сахай ауыл биләмәләре халҡы ла саҡырылғайны. Ибраһимдар бер нисә ай буйы “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тигән девиз менән йәшәне һәм, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, төрлө тематик саралар үткәрҙе, сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе ҙур эштәр башҡарҙы. Ә был көндө Һәүәләй ауылының мәҙәни усағы төрлө секциялар эше менән гөрләп торҙо. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” секцияһына йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән йәнле әңгәмә барған саҡта “Донъя үҫмер күҙҙәре менән” секцияһында шау-гөр килделәр. Бында ҡатнашҡан уҡыусылар фәһемле лекциялар тыңлап ҡына ҡалманы, ә ойоштороусылар менән бергә илһөйәрлек рухын һәм Ватанға һөйөүҙе данлаған йырҙар йырланылар, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар. “Әүҙем оҙон ғүмер” секцияһында иһә оло йәштәге яҡташтарыбыҙҙы ә