Таныш ҡатындың үҙ башынан үткәндәрен һөйләүе әле лә күңелемдән сыҡмай. Ҡот осмалы хәл: ышанырғамы-юҡмы, әммә танышым шул хәлдәрҙе бөгөнгөләй хәтерләп, уйланып йәшәй. Был мәл уның йөрәгенә лә, яҙмышына ла мәңге уңалмаҫ эҙ ҡалдырған. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның бәйән итеүҙәре. - Өфөлә училищела белем алғандан һуң мине сит районға эшкә йүнәлттеләр. Бер өлкән инәйгә фатирға урынлаштырҙылар. Бер үҙемә бүлмә өсөн түләргә ҡиммәт була тип йөрөгәндә, йәш фельдшер ҡыҙ эшкә килде. Уның менән бергә йәшәй башланыҡ. Көнө буйы эштәбеҙ, кискеһен йәштәргә клубта саралар үткәрергә ҡушалар, шуға күрә өйҙә һирәк була инек. Башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ауылда, төрлө милләт кешеләре тупланған, күпселекте сыуаштар, марыйҙар тәшкил итә ине. Әбей өйҙө таҙа тота ине, ашарға ла бешерҙе. Тик мин ул әҙерләгән аш-һыуҙы ашай алманым, күңелем тартманы. Сәй ҡайнатам да, икмәккә ҡушып тамаҡ ялғайым. Фельдшер ҡыҙ: “Ҡоро һөйәккә ҡалдың бит. Әбейҙең аштары тәмле ул! Әллә нимәгә ашамаған булаһың!”-тип рәхәтләнеп аша