Һеҙҙең иғтибарға төркөмөбөҙҙәге дуҫыбыҙ Гүзәл Яҡупованың сәхифәһенән һыналған рецепт тәҡдим итәбеҙ. “Уҙған йыл интернетта бына ошо эсемлек тураһында уҡыным да, яһап эстем. Аллаһтың ярҙамы менән файҙаһы булғандыр, тип уйлайым, үҙемде йыл буйы яҡшы хис иттем. Шуға күрә бал шыйыҡ саҡта тип, быйыл да яһап ҡуйҙым. Уны әҙерләү өсөн ни бары өс әйбер – һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһе (яблочный уксус) генә кәрәк. Был ҡатнашма борон-борондан билдәле булған, күп кенә ауырыуҙар менән көрәштә көслө ҡорал булып тора, астма, гипертония, түлһеҙлек, енси көсһөҙлөк, хатта ракка ҡаршы ла ҡулланғандар. Эсемлектең тәьҫире иммунитетты нығытыу һәм организмдағы “насар” холестерин кимәлен кәметеү менән бәйле. Уны ике аҙна ҡулланғандан һуң хәл яҡшыра. Шулай итеп, бер сынаяҡ алма һеркәһе, 1 сынаяҡ бал, 10 тырнаҡ һарымһаҡ алығыҙ. Һарымһаҡты таҙартҡас, уртаға бүлегеҙ. Унан алма һеркәһе һәм бал менән бутап, яҡшы итеп ябылған банкаға һалығыҙ. Эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Нисек ҡулланырға: Ас ҡарынға ике аш ҡа