Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Батырҙар эҙһеҙ юғалмай

“Ватандаш” жрналы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү буйынса акция ойоштора. Ул шәмбе, 15 мартта, Өфөлә Матбуғат йортонда (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) үтәсәк. Һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған туғанының яҙмышын асыҡларға теләүселәр 11.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем (18+) килә ала. Һәләк булған батырҙарҙы эҙләүҙә өфөләргә “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһе ағзалары ярҙам итәсәк. Юғалған һалдатты, интернеттағы махсус ресурстарҙы файҙаланып, үҙаллы эҙләргә лә мөмкин. Әммә эҙләү системаһының ниндәй алгоритмдарға эйә булыуын барыһы ла белмәй. Улар хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең яҙмышын билдәләргә ярҙам итәсәк. Сараға килгән кеше юғалған һалдат тураһында яҙма мәғлүмәт - тулы исем-шәрифе, тыуған йылы һәм урыны, ҡасан һәм ниндәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылыуы, ул хеҙмәт иткән хәрби частың номеры, хәрби званиеһы - бирергә тейеш. Һәр өҫтәмә мәғлүмәт - һуңғы хаттың яҙылыу датаһы, ниндәй госпиталдә дауаланған һәм башҡалар – бурысты күпкә еңеләйт

“Ватандаш” жрналы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү буйынса акция ойоштора. Ул шәмбе, 15 мартта, Өфөлә Матбуғат йортонда (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) үтәсәк. Һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған туғанының яҙмышын асыҡларға теләүселәр 11.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем (18+) килә ала. Һәләк булған батырҙарҙы эҙләүҙә өфөләргә “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһе ағзалары ярҙам итәсәк. Юғалған һалдатты, интернеттағы махсус ресурстарҙы файҙаланып, үҙаллы эҙләргә лә мөмкин. Әммә эҙләү системаһының ниндәй алгоритмдарға эйә булыуын барыһы ла белмәй. Улар хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең яҙмышын билдәләргә ярҙам итәсәк. Сараға килгән кеше юғалған һалдат тураһында яҙма мәғлүмәт - тулы исем-шәрифе, тыуған йылы һәм урыны, ҡасан һәм ниндәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылыуы, ул хеҙмәт иткән хәрби частың номеры, хәрби званиеһы - бирергә тейеш. Һәр өҫтәмә мәғлүмәт - һуңғы хаттың яҙылыу датаһы, ниндәй госпиталдә дауаланған һәм башҡалар – бурысты күпкә еңеләйтә. Фотолар ҙа күп файҙа килтерә ала - улар буйынса ваҡытты, ғәскәрҙең төрөн билдәләргә мөмкин. Инфографика: журнал «Ватандаш».