Рентген аппараты һаулыҡ һаҡлау буйынса яңыртылған милли проект - "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") ярҙамында һатып алынған. Был рентген аппаратын медицина учреждениеһында, шул иҫәптән палаталар йәки бүлексәләр араһында еңел генә күсереп йөрөтөргә мөмкин. Ул табиптарға палатала һәм реанимация бүлегендә кәрәкле тикшереүҙәр үткәрергә булышлыҡ итергә тейеш. Был һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар менән эшләгәндә айырыуса мөһим. Медицина ҡорамалының мөһим үҙенсәлеге: юғары сифатлы һүрәт эшләп, уны тиҙ арала компьютер экранына тапшырыуға һәләтлелек. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының төп маҡсаты - кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыуға өлгәшеү. 2030 йылға ғүмерҙе - уртаса 78 йәшкә ҡәҙәре, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли