Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә

Баҡалы районының Яңы Илек ауылында тыуып үҫкән Артем М. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалына һәм IV дәрәжә Изге Георгий – Георгий Тәреһе орденының отличие билдәһенә лайыҡ булған. Уның хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора. – Мин геройҙың ата-әсәһенә – Ирина Петровна менән Александр Ивановичҡа миҙалды ҙур хөрмәт менән тапшырҙым. Өс улының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп, уларға көс һәм сабырлыҡ теләйем, – тип белдерҙе Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов. Райондың Иҫке Маты ауылынан “Өфө” ҡушаматлы тағы бер яугир батырлығы, ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Был наградалар – хәрби хәрәкәттәр зонаһында көн һайын батырлыҡ һәм профессионализм күрһәткән хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ҡаҙаныштарын таныуҙың бик аҙ өлөшө генә. Уларҙың сыҙамлығы һәм бурысына тоғролоғо Ватаныбыҙҙың именлеге һәм яҡлауының нигеҙе булып тора. Фото: https://t.me/EfimovOA/2241