Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Улар йылыта, яҡтырта, таҙарта...

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм беҙҙе йылылыҡ, һыу, газ, электр энергияһы һәм башҡа коммуналь ресурстар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Шуға күрә был тармаҡтың ниндәй кимәлдә эшләүе даими күҙ алдыбыҙҙа. Ә уның былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары нисек баһалана? “Министрлыҡтың һәм урындағы үҙидара органдарының берлектәге эшмәкәрлеге былтыр төп маҡсатҡа – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең ышаныслы булыуына һәм ҡала-ауылдар халҡының тормошон уңайлыраҡ итеүгә йүнәлтелде”, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова, министрлыҡтың йыл йомғаҡтарына арналған коллегияһында сығыш яһап. Ултырышта билдәләүҙәренсә, ҡала һәм ҡасабалар халҡы өсөн көнкүреште уңайлаштырыу мәсьәләрен хәл итеүҙең төп йүнәлеше – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу. Ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 22-се һәм Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй. Халыҡ йәшәгән урынды төҙөкләнде

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм беҙҙе йылылыҡ, һыу, газ, электр энергияһы һәм башҡа коммуналь ресурстар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Шуға күрә был тармаҡтың ниндәй кимәлдә эшләүе даими күҙ алдыбыҙҙа. Ә уның былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары нисек баһалана? “Министрлыҡтың һәм урындағы үҙидара органдарының берлектәге эшмәкәрлеге былтыр төп маҡсатҡа – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең ышаныслы булыуына һәм ҡала-ауылдар халҡының тормошон уңайлыраҡ итеүгә йүнәлтелде”, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова, министрлыҡтың йыл йомғаҡтарына арналған коллегияһында сығыш яһап. Ултырышта билдәләүҙәренсә, ҡала һәм ҡасабалар халҡы өсөн көнкүреште уңайлаштырыу мәсьәләрен хәл итеүҙең төп йүнәлеше – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу. Ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 22-се һәм Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй. Халыҡ йәшәгән урынды төҙөкләндереү буйынса иң күп эшләгән муниципаль округтар араһында тәүге сиратта Учалы, Яңауыл һәм Туймазы ҡалаларын күрһәтергә мөмкин. “Торлаҡ өлкәһендә беҙҙең урындағы үҙидара органдары менән берлектәге эшмәкәрлектең төп йүнәлеше – күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремнотлау системаһын артабан да дауам иттереү, – ти Ирина Голованова. – Капиталь ремонт буйынса республика программаһы үҙ эсенә 17 141 күп фатирлы йортто ала, улар буйынса 2055 йылға ҡәҙәре биш төрҙәге эште башҡарып сығырға кәрәк. 2014 йылдан алып 2025 йылға саҡлы капиталь ремонт 8 579 күп фатирлы йортта башҡарылды һәм дауам итә”. “Башҡорт ихаталары” программаһын үтәү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, былтыр 143 йорт ихатаһы комплексы төҙөкләндерелгән. Ә программа тормошҡа ашырыла башлаған 2019 йылдан алып иҫәпләгәндә, был күрһәткес 1 469 ихатаны тәшкил итә, йәғни ихтыяж булған күләмдең 30 проценты. Был эшкә 7,6 миллиард һум тотонолған. Министрлыҡ коммуналь техниканы яңыртыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Коммуналь хужалыҡтар өсөн 2022 йылда, мәҫәлән – 239, ә 2023 йылда 208 берәмек техника ҡайтартылған. Быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡ файҙаланыу ваҡыты уҙған лифттарҙы алмаштырыу буйынса киң эш йәйелдерҙе. Ағымдағы йылда республикала 4 865 лифтты алмаштырыу планлаштырыла, был күп фатирлы йорттарҙағы лифттарҙың дөйөм һанының 40 проценты тигән һүҙ. Ошо ҡорамалдарҙы алмаштырыуға 13,5 миллирд һум бүленгән, был – капиталь ремонт планын финанслауҙың 33 проценты. Артабанғы йылдарҙа лифттарҙы алмаштырыу буйынса план күрһәткестәрен генә үтәү планлаштырыла, ти министр. Рәсәйҙең төҙөлөш министрлығы “Биләмәләрҙе үҫтереү фонды” компанияһы берлектә ил төбәктәрендә “Лифттарҙың хәүефһеҙлеге” техник регламентының үтәлешен күҙәтеү аҫтында тота, тимәк, был эш иғтибарҙан ситтә ҡала алмай. “Яҡын йылдарҙа торлаҡ йорттарҙың түбәһен ремонтлауға иғтибарҙы көсәйтеү талап ителә, – ти министр. – Беренсе сиратта бинаны файҙаланыу осорона йоғонто яһауы ихтимал булған ҡыйыҡтарҙы йүнәтеүгә тотонасаҡбыҙ. Торлаҡ фондының ваҡытынан алда туҙыуынан һаҡлауҙың үтә мөһим булыуын иҫәпкә алып, өс йыл эсендә республика фондынан бүленгән 650 миллион һумға муниципаль берәмектәрҙә 202 түбә ремонтланған”. Шуныһы мөһим: милекселәр капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе йыйыу кимәле былтыр республика буйынса 101,81 процент тәшкил иткән. Республиканың 36 муниципалитеты иғәнәләр йыйыуҙы 100 проценттан ашыуға үтәгән. 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡтың капиталь ремонтҡа иғәнә буйынса бурысы алдағы йыл менән сағыштырғанда 94,2 миллион һумға, йәғни 5,8 процентҡа кәмерәк булды. Капиталь ремонт системаһын яҡшыртыу, капиталь ремонт фондының аҡсаһын файҙаланыуҙың йоғонтололоғон арттырыу маҡсатында Рәсәйҙең Торлаҡ кодексы 2024 йылдың 1 сентябренән алып күп фатирлы йорттарҙы техник тикшереү үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын билдәләне. Уны ҡаҙна иҫәбенә йәки, милекселәр йыйылышы ҡарарына ярашлы, йорттағы фатир хужалары йыйған аҡсаға башҡарырға мөмкин. Бындай техник тикшереү һөҙөмтәләре Капиталь ремонт буйынса республика программаһына үҙгәрештәр индереү өсөн нигеҙ була ала. “Шуға күрә түбәндәге бурыстар ҡуям: муниципалитеттарға – күп фатирлы йорттарҙағы милекселәр араһында йортто техник тикшереү тураһында ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге булыуы хаҡында аңлатыу эштәре алып барырға, төбәк операторына – бурысты ҡайтарыу буйынса суд-дәғүә эшен дауам итергә һәм муниципалитеттар менән берлектә халыҡтан иғәнә йыйыу буйынса эште көсәйтергә”, – тине Ирина Голованова торлаҡ-коммуналь хужалығы белгестәре алдында сығыш яһағанда. Торлаҡ фондына идара итеү мәсьәләләре лә бөгөн көнүҙәк булып тора. Башҡортостанда 18 мең 523 күп фатирлы йорт бар. Шуларҙың 75 процентына – идара итеү компаниялары, ике процентына – торлаҡ милекселәре ширҡәттәре, 23 процентына милекселәр үҙҙәре идара итә. Милекселәр идара иткән йорттар дүрт меңдән аша, ләкин уларҙың 56,6 процентында ғына дөйөм мөлкәтте файҙаланыу буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. Министр билдәләүенсә, был эште муниципалитеттарҙың хаикимиәт башлыҡтары контролгә алырға бурыслы. Ғәмәлдәге ҡаниәткә ярашлы. Урындағы үҙидара органдары ошо мәсьәләне көйләү һәм бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса барлыҡ вәкәләттәр менән тәьмин ителгән. Улар күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең милекселәр йыйылышын да ойошторорға тейеш. “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 15 910 йорт, 811 мең 828 фатир газ менән тәьмин ителгән. Былтыр, дөйөм алғанда, 87 күп фатирлы йортҡа газ биреү туҡтатылған, 75 йорт тәбиғи яғыулыҡҡа тоташтырылған. “Төтөн һәм елләтеү каналдарҙың торошон тикшереү 2023 йылдан алып идара итеү ойошмалары өсөн лицензия талабына ярашлы булып тора, шулай уҡ, “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль ҡанунға ярашлы, техник диагностика башҡарыусы хеҙмәткәрҙәргә ҡарата өҫтәмә талаптар ҡуйыла, шуныһын да иғтибарҙан ысҡындырмаҫҡа кәрәк”, – тине министр йыйылышта. Бөгөн республикала торлаҡ йорттарға идара итеү өсөн 13 мең 964 Күп фатирлы йорттар советтары ойошторолған, был ошондай йорттарҙың 75,3 процентын алып тора. Был иһә халыҡтың әүҙемлеген ралай. Күп фатирлы йорттарға идара итеүҙең йоғонтололоғон арттырыу һәм милекселәрҙең әүҙемлеген артабан көсәйтеү маҡсатында Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь министрлығы айына ике тапҡыр күсмә ултырыштар уҙғара, форумдар үткәрә. ФЕКЕР Вилорий УГАРОВ, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: “Әлеге мәлдә Башҡортостан торлаҡ йорттарға капиталь ремонт өсөн түләү иң аҙ булған төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Шулай ҙа төҙөлөш материалдарына хаҡ арта бара һәм күберәк йорттарҙы ремонтлау өсөн беҙҙең республикала ла капиталь ремонт хаҡын күтәрергә тейеш булабыҙ. Ҡайһы саҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр коллектив йыйылыштарҙа кваитанциялағы был сумманы күтәрергә ҡарар итә, сөнки ремонт өсөн сығымдарҙы күреп торалар. Бындай йорттарҙағы кешеләр яҙғы ҡар иреүен һәм ямғырлы миҙгелде биҙрәләр тотоп ҡаршылай, сөнки йорт тәүбәһенән һыу үтә. Ә йортта капиталь ремонт, графикка ярашлы, әйтәйек, бер нисә йылдан ғына башланырға тейеш. Һөҙөмтәлә йыйылыш был төр иғәнәне арттырырға ҡарар итә һәм тиҙҙән түбәне ремонтлау башлана. Башҡортостандың Төбәк операторы билдәләүенсә, алты ҡатҡа тиклемге йорттарҙа капиталь ремонт өсөн айына бер квадрат метрға 7,46 һум түләнә, бейеклеге алты ҡаттан юғарыраҡ йорттар өсөн был күрһәткес 8,10 һум тәшкил итә. Был хаҡтар бер нисә йыл инде дауам итә, шунлыҡтан, республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл 1 майҙан бындай йорттарҙың тәүге төрө өсөн хаҡ квадрат метрына 12,5, ә алты ҡаттан да ашыуыраҡ булған йорттар өсөн 13,2 һум итеп билдәләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, иғәнә күләме Рәсәй буйынса былтырғы уртаса кимәлгә еткерелде. Төбәк операторы беҙҙең республикала 11 йыл инде эшләй. Капиталь ремонт программаһына 17 меңдән ашыу күп ҡатлы торлаҡ йорт индерелгән. Ошо күрһәтелгән осорҙа уларҙың яртыһында теге йәки был төр ремонт үткәрелде. Капиталь ремонт – ул ябай сығым ғына түгел, ә киләсәккә инвестиция ла булып тора. Автор фотоһы.