Ял көнө, 9 мартта буран арҡаһында республикала бер нисә үлемесле авария булды. Иң аяныслыларының береһе Хәйбулла районында теркәлде. Бында туғыҙ йәшлек ҡыҙ баланың күҙе алдында ата-әсәһе һәләк булды. Бала үҙе дауаханаға оҙатылды. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың шәхесен асыҡлаған. Мария менән Айнур Усмановтар райондың Аҡъяр ауылынан. Был көндө улар Бүребай ауылында өләсәһендә ял иткән ҡыҙҙарын алып ҡайтып барған. Авария Аҡъярға ике километр ҡалған ғына ерҙә була: уларҙың “Лада Гранта”һы боролған саҡта “ЗИЛ” йөк машинаһы менән төкөшә. Рулдә ултырған 39 йәшлек Айнур урында йән бирә. Ҡатыны 31 йәшлек Марияны ҡыҙы менән бергә дауаханаға алып китәләр, ләкин табиптар нисек кенә тырышмаһын, Мария реанимацияла йән бирә. Артҡы урында ултырған ҡыҙҙың йәрәхәттәре бик ауыр булмай, әле ул Сибай дауаханаһында һәм уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Һәләк булғандарҙың таныштары һөйләүенсә, Мария менән Айнур бер нисә йыл элек өйләнешкән. Улар бергәләп ҡатындың беренсе никахынан булған ҡыҙын тәрбиәләгән һәм урт