Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон үҙенең позицияларын үҙгәртә. Донецк Халыҡ Республикаһында ауылдар азат ителгән һайын Башҡортостан подразделениеһы фронт линияһына яҡынлай. Хәрби бәрелеш линияһында тәүгеләрҙән булып элемтәселәр эш башлай. Улар блиндаждарҙа һәм команда пункттарында штаб менән бәйләнеште тәьмин итә. Был иһә өҙлөкһөҙ координация һәм идаралыҡ өсөн мөһим. Элемтәселәр менән алғы һыҙыҡта БЮТ каналының хәрби хәбәрселәре Азат Саҙриев менән Айнур Кәбиров та булды. Доставаловсыларҙың нисек итеп яңы дислокация урынын йыһазландырыуын улар ҙа күрҙе, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. -Бәйләнеш булмай тороп, пехота бер ҡайҙа ла бара алмай. Бәйләнешһеҙ пехота менән идара итеп булмай. Шуға ла ул мотлаҡ кәрәк, - тине хәрби хәбәрселәргә “Баха” позывнойлы яугир. -Тотороҡло бәйләнеш – идара итеүҙең нигеҙе. Шуға ла штаб подразделениеның хәрби эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙе иғтибар үҙәгендә тота. Трансляция булмауын хәл итеп була. Әммә юғарылағылар менән бәйләнеш