Күптән түгел «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Краснокама районы Яңы Бөртөк ауылында «Һандыҡ-шоу» асыҡ фольклор байрамы үтте. Сарала Балтас, Ҡалтасы, Илеш райондары, Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Яңы Бөртөк ауылы халҡы байрамға бөтә ауыл менән әҙерләнде. Төп урамдағы майҙанды сағыу итеп биҙәнек, ауыл оҫталары күргәҙмәһен һәм «Урындағы сифатлы продукция» күргәҙмә-йәрминкәһен ойошторҙоҡ. Ауыл клубы ихатаһына тирмә ҡуйҙыҡ, милли ризыҡтар менән өҫтәл әҙерләнек. Ҡунаҡтарға бигерәк тә сөгөлдөрҙән, шыршы энәләренән кеүәҫ, ҡарбуздан эсемлек оҡшаны. Хужабикәләр был эсемлектәрҙең файҙалы үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ өҫтәлде урындағы халыҡ әҙерләгән боронғо ризыҡтар: талҡан, ҡорот, балан ҡатығы һәм ошо сараға арналған «Һандыҡ-шоу-2025» торты биҙәне. Клуб фойеһында Бөйөк Ватан һуғышына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған күргәҙмәләр ойошторолғайны, халыҡтың биҙәү-ҡулланма ижады, урындағы һәүәҫкәр рәссам Эльза Әминованың картиналары ҡуйылды. Ҡ